

Илгә килгән афәтте бер кем дә урап үтә алмай. Күптәр үҙҙәре теләп махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән тәүге ҡатын-ҡыҙ – Туймазыла йәшәүсе - шәфҡәт туташы Резеда Г. килешеү төҙөгән.
- Мин профотборҙы, медицина комиссияһын үттем һәм яҡын арала махсус операция зонаһына юлланам, - тип һөйләгән ул МХО-ға ебәрер алдынан. - Минең хәрби хеҙмәткәр статусым бар, шуға күрә мин контрактсылар өсөн ҡаралған бөтә социаль гарантияларға иҫәп тота алам. Мин унда барһам да, әлбиттә, бының өсөн түгел. Мин яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә китәм.
Резеданың 15 йыллыҡ һөнәри стажы бар. Туймазы медицина колледжын тамамлағандан һуң Октябрьский ҡалаһы дауаханаһы регистратураһында, артабан хирургия бүлегендә һәм палата шәфҡәт туташы булып эшләй.
- Коронавирус пандемияһы ваҡытында дауаханала эшләнем, хәүеф һәм ҙур йөкләмә нисек булыуын беләм, - ти шәфҡәт туташы. - Тәүлегенә дүртәр сәғәт йоҡлаған саҡ булды. Пандемияның махсус операция менән бер тиң булмауын аңлайым. Был минең өсөн генә түгел, бөтәбеҙ өсөн дә яңы һынау. Минең өсөн МХО зонаһына ебәреү - ул үҙеңде экстремаль шарттарҙа тикшереү һәм коллегаларыма ярҙам итеү мөмкинлеге, сөнки хәрби хәрәкәттәр урындарында медицина персоналы етешмәй.
Резеда ире Туймазы ҡалаһының бер предприятиеһында водитель булып эшләй. Уларҙың өс балаһы бар, өлкәндәре - 17. Улар барыһы ла атайҙары менән ҡаласаҡ.
- Өлкәндәр минең был эшемде аңлап ҡабул итте. Кесеһе әлегә әсәһен бер йылға яҡын күрмәүен аңламай. Әммә мин иремә ышанам, ул бик яуаплы, беҙ барыһын да атҡара аласаҡбыҙ, - тигән ҡатын.
Туймазының ҡыйыу шәфҡәт туташының был аҙымы тик оло хөрмәткә лайыҡ. Резедаға иҫән-һау балалары янына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" гәзитенән