

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һынатмай. Яңыраҡ Әлшәй районынан хәрби хеҙмәттә булған “Фин” ҡушаматлы яугир Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Был - хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн лайыҡлы награда.
“Яҡташымды ошо ҙур наградаһы менән ҡотлайым. Батырлығы һәм Ватаныбыҙға тоғролоғо өсөн рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем! Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ, – тип фекерен уртаҡлашты Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.
Фото: vk.com.