Геройҙар дәүере
15 Август 2023, 11:30

Радик Динәхмәтов алғы һыҙыҡҡа юлланған

"Беҙ юлда. Телефондарҙы һүндереп ҡуйырға бойороҡ булды..."

Радик Динәхмәтов алғы һыҙыҡҡа юлланғанРадик Динәхмәтов алғы һыҙыҡҡа юлланған
Радик Динәхмәтов алғы һыҙыҡҡа юлланған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, билдәле йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн әҙерлек үтә ине. 

"Яңы вазифам - медицина взводы санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ тулы хәрби әҙерлек тә үтергә тейешмен: атыу, окоп, марш-бросоктар... Беҙ көн дә полигонда", - тип яҙғайны йырсы.

Әле Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов әҙерлек һыҙығынан махсус хәрби операция биләмәһенә юл алған. Үҙенең флейтаһын да алған. Йырсы фекеренсә, яуҙа санитар сумкаһы ғына түгел, музыка ла ярҙам итәсәк.

— Флейтам һәр саҡ үҙем менән. Егеттәр "Уйнап ебәр әле тип һораһа, күңелгә рәхәт булып китә. Йыш ҡына видеобәйләнешкә сығам (барлыҡ күрһәтмәләрҙе үтәп, әлбиттә) һәм яугирҙәрҙең ата-әсәләренә, ғаиләләренә музыкаль сәләм тапшырам", - тигән ул.

Артабан йырсы: "Беҙ юлда. Телефондарыбыҙҙы һүндереп ҡуйырға бойороҡ булды. Алла бойорһа, барыһы ла яҡшы булыр, тип һеҙҙең менән һаубуллашам. Сәләмәт булығыҙ", - тип яҙған.

Юлға сығар алдынан Радик Динәхмәтов флейтала гимн көйҙәрен уйнаған. Уның башҡарауындағы видео социаль селтәрҙә таралды ла инде.

Йырсыға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас