

Ә ҡоҙа оялсан ғына килеп сыға. Сабыр, шатлығын бар ғәмгә белдереп бармай. Ҡосаҡлашалар. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. Беҙгә лә рәхәт. Кеше ғүмерҙәре хәтәр инде, бәхетле осраҡтарҙан да торған кеүек ҡайһы саҡ. Ҡайҙа ятҡан ҡасабала, ут яланында ике яҡын кеше осрашһын әле. Уйламағанда. Фронт линияһы хәтәр оҙон, күпме яугир, тигәндәй. Ә бит бер ҡалала көнөн, сәғәтен билдәләп тә төрлө сәбәп сығып, осрашып булмаған саҡтар була. Береһе ил хаҡын даулайым тип ҡулына ҡорал алып, икенсеһе ил улдарын данлайым тип ҡәләмен тотоп, бер үк майҙанға баҫҡандар – уртаҡ уйҙар, уртаҡ хәстәрҙәр осраштыра әҙәмдәрҙе. Ҡоҙаларҙың үҙҙәрен аулаҡта ҡалдырабыҙ, әйҙә һөйләшһендәр, хәлдәрен белешһендәр, ул-ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен иҫкә алһындар, һағыштарын ҡандырһындар. Бындай мәл һәр саҡ булмай.
“Олатай булып нишләп йөрөйһөң бында?” – тип бер генә һорау бирәсәкмен һуңынан. “Реша” әйтәсәк: “Илдең намыҫын биле ныҡ, донъяны күргән, тормошто белгән ирҙәр һаҡларға тейеш. Сей улдар түгел. Үлһәк, беҙ үләйек. Уландар, ейәндәрбеҙҙең быуынды дауам итһен өсөн. Улар – беҙҙең киләсәк”.
Аҡыллы һәм тәүәккәл аҙымға барған “Реша” кеүек ирҙәр күкрәктәре менән,беряҡтан, илдәрен дә һаҡлайҙар, икенсе яҡтан, үҙ йәндәре менән улдарын да ҡурсалайҙар. Был да ҙур батырлыҡ. “Мин ҡоҙам менән ғорурланам! Шәп кеше!” – Вәдүт шулай ти, ул хаҡлы. Аҫыл ирҙәр ҡаһарманлыҡҡа ирешер юлды күкрәк көсө, яҡты зиһен менән таба, шуға улар онотолмаҫ булып ҡала. Иртәгәһенә базала Вәдүт телефондан миңә фото күрһәтәсәк. Унда “Реша”ның ҡыҙы менән улы шат йылмайып тора. Эйе, улы армиянан, Алыҫ Көнсығыштан ҡайтып төшкән. Иҫән-һау, барыһы ла бәхетле. Яуапҡа Вәдүт ҡоҙаһы менән ҡосаҡлашып төшкән фотоны ебәрҙе. “Ҡайһылай мәслихәт, барыбыҙ ҙа иҫән һәм бәхетле”, – тигән хәбәре килде дуҫыма улынан һәм килененән.
“Шаман” беҙҙе ҡасаба буйлап икенсе йортҡа алып китте. Беҙ бында барыһы бер нисә нөктәлә булабыҙ. Улар үҙ-ара яҡын ғына урынлашҡан, ләкин яугирҙәр менән аралашыу шул тиклем күңелдә хәтирәләр уята, беҙ ваҡыт үткәнен дә һиҙмәйәсәкбеҙ.
Командир, башҡалар йорт алдындағы һалдаттар янында тороп ҡалды, мин эскәрәк үттем. Дүртенсе рота бында. Йорттоң соланына йәбешеп тигәндәй таҡтанан ғына эшләнгән төкәтмәгә инәм. Унда бронежилеттар, кейем менән тулы. Улар телендә әйткәнсә, “основной шмурдяк”, йыуылған, таҙа әйберҙәр, нәски, эске кейем. “Передовой”ҙан бысранып, ҡанға батып ҡайтҡандарға әйберҙәре йыуып әҙерләп ҡуйыла. Иҫән ҡайтҡандар таҙа кейем кейә. Үлгәндәрҙең кейемдәрен ситкә алып торалар. Бында әле яуҙан сыҡҡан һалдаттар ял итә, “өс йөҙөнсө”ләр ҙә бар.
Өлкән йәштәге яугир менән һөйләшеп китәм. Позывнойы “Ғилман”. Исемен әйтергә теләмәй, һынап ҡарай. Башҡортостандың төньяҡ -көнсығыш райондарының береһенән. Тәүҙә бик теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп киткәйне лә, “Ағиҙел” журналынан, тигәс, йылмайып ҡуйҙы.
– Тураһын һорайым, нишләп йөрөйһөң был йәштә, мейес башында ғына ятмай, – тим, көлөмһөрәп.
– Сәбәптәре бар инде. Аҡсаһы ла кәрәк, Тыуған илде лә, анау фашистарынан, Америка эттәренән дә һаҡларға тейешбеҙ. – Башҡорттарға хас, бер төрлө моңло ғына итеп, бер тонда ғына һөйләп китте абзый. – Эйе, балаларҙы уҡытырға, донъяны бөтәйтергә лә кәрәк. Бөгөн мин дембель, ҡайтырға тип ғариза яҙҙым. Августан бирле бында, ун ай була инде. Яра буйынса ҡайтып килдем. Ғаиләм, балаларым бар.
– Балаларының киләсәген хәстәрләп, аҡса эшләйем тип, бер үк ваҡытта илемде һаҡлайым тип килгән, маладис, тип яҙам инде.
– Дөрөҫө шулай. Илле йәштә ҡорал тотоп һуғышҡа китермен, тип уйламағайным. Тик юҡҡа эштән киткәнмен, йөрөп ҡайтҡандан һуң да эш урыны һаҡланғанын ул саҡта кем белгән. “Газпромнефть”тә электрик булып эшкә ингәйнем. Илле йәш булһа ла, үҙемде һәйбәт тойғас, военкоматҡа инеп сығырға булдым. Һаулыҡ һәйбәт, хеҙмәт иткәнмен. Теләгегеҙ булһа, алабыҙ, годен, тиҙәр. Шайморатов батальонына эләккем килгәйне. Тәүҙә “тулған” тиҙәр ине. Ныҡлап һорағас, урын табылды. Киттем дә барҙым.
– Ҡайтыр юлға ҡасан?
– Иртәгә, моғайын. Отпускниктар менән бергә.
– Түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөйһөңмө?
– Улай уҡ түгел шул. Ғәҙәти хәл дә кеүек. Ҡыуаныс та юҡ. Ошо көндө көтөп алғайным. Әле күңелемдә бушлыҡ. Дуҫтарҙы ҡалдырып ҡайтҡы ла килмәй. Үҙемдә аңламайым. Ҡыҙым быйыл педучилищены бөтә, унан һуң вузға уҡырға инергә йыйына. Шунда ярҙамым кәрәк булмаҫмы, тип киленгәйне. Кире килмәҫмен, тип ҡырҡағына... Ҡайтҡас,ҡарармын.
“Грин”, “Ғилман” һәм баш ҡалар кеүек яу яланын ташлап ҡайтҡыһы килмәгән ир-азаматтарҙы аҙым һайын осратасаҡмын. Һуғыштыбеҙ, кәмендә мин, иң тәүге сиратта һөжүм, “ура”, батырлыҡ, фажиғә, ҡорбан, аяныслы хәлдәр тип уйлайбыҙ. Баҡһаң, уның да үҙтормошо, үҙшатлығы (нисек кенә сәйер яңғырамаһын), үҙ ижады, үҙ ҡайғыһы, үҙ рухы бар, шулар менән ҡәҙерле икән ул. Берҙәмлек, “бер алманы бишкә, йөҙгә бүләйек, беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек” тигән йөрәк төбөндә һаҡланған изге тойғо, ил, дуҫлыҡ, ирлек һәм башҡа ҡиммәттәргә тоғролоҡ һалдатты ла, армияны ла бөйөк итә – мин быны ныҡлы аңланым.
– Үлеп ҡуйһам, тип уйламаныңмы? – тип һораһам, ул уфтанып, тәҡдирең шул икән, бер ни хәл итеп булмай, ти. Барыбер үлемем юҡҡа булмаясаҡ, тип өҫтәй, бер аҙ торғандан һуң. Үҙе ике тапҡыр яраланған. Аяғына һәмкүкрәгенә снаряд ярсыҡтары эләккән. Икенсе яраһын ауырыраҡ кисергән, үҙҙәре әйтмешләй, “Рәсәйгә сығып” дауаланған.
– Күҙ алдығыҙҙа дуҫтарығыҙ үлгән саҡтар булдымы?
– Булды, эйе. Үлгән кешеләр йыш төшкә инә. Атай ҙа, туғандар ҙа. Мине ниндәйҙер көс һаҡланы инде. Күрәһең, теге донъянан ҡарап, иҫән-һау ҡайтһын, тип ҡурсалап торамы инде изге рухтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дуҫтар араһында “ике йөҙөнсө”ләр ҙә, “өс йөҙөнсө”ләр ҙә бар. – Үлеүселәр ҙә, ҡаты яралылар ҙа бар, тип әйтмәксе. – Яралыларҙы алып сыҡҡан саҡтар булды. Ятып ҡалыусылар ҙа бар. Иң ҡыйыны – яралы йә... аңлайһың инде, йәш егеттәрҙе носилкала күтәреп барыуы. Ҡайһы саҡ уның урынында үҙем булһам, дөрөҫөрәк тә һымаҡ булып китә, уға йәшәргә лә әле йәшәргә. Учалы егете, пулеметсы ине. Коптерҙан уға граната ташланылар. Ике аяғы ла өҙөлгән. Ҡотҡарып ҡала алманылар, командирының ҡулында йән бирҙе. Ундай хәлдәрҙе иҫкә төшөрмәҫкә инде. Былай ҙа төштәр болара.
– Передовойҙа ябай рядовойҙың көнө нисек башлана?
– Унда йоҡо юҡ. Бер туҡтауһыҙ, көнөн дә, төнөн дә бомбежка. Ул тарафтан да, был яҡтан да. Бер арала йоҡлап алаһың инде. Окопта ятҡанда. Өҫтөңә лә килеп төшөргә мөмкин. Барыһы ла Хоҙай әмерендә.
– Берәй дошманды үлтерҙеңме икән?
– Үлтерҙеңме тип, әллә инде. Теге яҡҡа төҙәп аттым, әлбиттә. Ҡулда автомат та, гранатомет та булды. Үҙем гранатометсы мин. Һуғыш бит...