Геройҙар дәүере
20 Август 2023, 12:00

Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Уның өс улы ҡалды...

Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙаттыСибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Сибай халҡы үҙенең батыр улдарының береһен һуңғы юлға оҙатты. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә.

“Бөгөн, Рәсәйҙең Һауа флоты көнөндә, яҡташыбыҙ, гвардия майоры, беренсе класлы штурманы Миронов Евгений Геннадьевич менән бәхилләштек.

Ул мәктәптә уҡыған саҡта уҡ хәрби летчик булырға ҡарар итә.  9-сы лицейҙы тамамлағандан һуң Силәбе юғары хәрби авиация штурмандар училищеһына уҡырға ҡарар итә. Хәрби хеҙмәтен Калининград өлкәһендә үтә, Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнаша.

 "Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн", "1 һәм 2 дәрәжә хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн", "Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн", "Еңеү парадында ҡатнашҡан өсөн", "Баш хәрби-диңгеҙ парадының ҡатнашыусыһы" тигән Рәсәй Оборона министрлығы миҙалдары менән бүләкләнә.

12 августа флот көстәрен тәьмин итеүгә махсус осош яһағанда хәрби антҡа тоғро ҡалып һәләк була.

Евгенийҙың ҡатыны һәм өс улы ҡалды. Ғаиләһенең, ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам! Беҙгә, уның яҡташтарына, ул ғүмерлеккә батырлыҡ һәм биргән антына тоғролоҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ!” –тип яҙған Азамат Юлдашбаев.

Осоусылар үлмәй. Улар  күкте һайлай...Күктәрҙә осҡан батырҙың рухы шат ҡалһын, ауыр тупрағы еңел булһын!

Фото: Азамат Юлдашбаевтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән

 

 

Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас