Башҡортостандың бер төркөм өлкән класс уҡыусылары Волга буйы федераль округының “Гвардиясы” хәрби-патриотик йыйынында ҡатнашты.
Республиканың йыйылма командаһына Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Өфө, Ағиҙел, Сибай, Күмертау ҡалаларынан һәм Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Салауат, Яңауыл, Ғафури, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Күгәрсен, Илеш, Дүртөйлө райондарынан уҡыусылар инде.
Быйыл йыйында федераль округтың 14 төбәгенән, Запорожье өлкәһенән һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан 320 уҡыусы ҡатнашты. “Гвардиясы” йыйыны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә үткәрелә.
Йыйында ҡатнашыусылар барыһы ла Тулы хоҡуҡлы вәкилдән бүләккә ҡул сәғәттәре һәм Рәсәй ДОСААФ-ынан сувенир продукцияһы алды. Йыйынды ябыу тантанаһында гвардиясылар йәш армиясы анты бирҙе һәм йәш армиясылар хәрәкәтенә инде.
Фото: “Башинформ”.