Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Август 2023, 08:00

Үлгән кешене терелткәндәр

Улар 40 минут буйына клиник үлем хәлендәге һыуға батҡан ирҙе ҡотҡарырға тырыша. 

Үлгән кешене терелткәндәр
Үлгән кешене терелткәндәр

Белеүебеҙсә, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында беҙҙең табиптар эшләй. Бригадалар алмашынып тора.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы яҙыуынса, яңыраҡ беҙҙең белгестәр 40 минут буйына клиник үлем хәлендәге һыуға батҡан ирҙе ҡотҡарырға тырыша. 43 йәшлек ирҙең һыу аҫтына киткәнен күргән ҡатындың асырғанып ҡысҡырыуын смена начальнигы Нуршат Ғибазов, табип-офтальмолог Рафаэль Нурхәкимов, табип-травматолог Александр Матвеев, табип-кардиолог Рафаэль Ҡотдосов, табип-оториноларинголог Альфрет Йосопов, табип-хирург Азамат Ҡолошов, табип-стоматолог Руслан Базанов ишетеп ҡала һәм ярҙамға ашығып, һыу төбөнән табып алып сыға.

Тын алмаған һәм пульсы тойолмаған иргә 40 минут буйы алмашлап реанимация саралары күрәләр. Уны терелтеп, ипкә килтергәс, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте табиптарына тапшыралар. Хәҙер пациент өйөнә ҡайтҡан инде.

Әле Красный Лучта Башҡортостан табиптарының 15-се сменаһы эшләй. Улар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Бына һыу ятҡылығы буйында ла геройҙарға эш табылып тора. Һынатмағандар, кеше ғүмерен ҡотҡарғандар. Афарин, беҙҙекеләр!

 Фото А. Рәхмәтуллиндың телеграм-каналынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: