Геройҙар дәүере
23 Август 2023, 07:30

"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?

Киләсәктә аттар һанының 10-ға тиклем артыуы мөмкин...

"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?
"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?

Тележурналист Ильяс Батыргәрәев үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған “Әбйәлил” һәм “Буян” ҡушаматлы аттар хәрби шарттарға өйрәнгән һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты башҡарыуға тотонған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республиканан МХО биләмәһенә ике ат оҙатылған ине. “Башҡорт” позывнойлы командир белдереүенсә, хәрби позицияла аттарҙы ҡулланыу тәҡдимен Хәмзә хәҙрәт әйткән. Тәүҙә офицерҙар был хәбәргә көлөп ҡараһа, ныҡлап уйлағандан һуң риза булғандар.  Алғы һыҙыҡта аттар менән эш итеү отошло икәнлегенә төшөнгәндәр, сөнки яугирҙәргә әйбер ташығанда аттар тауыш-тынһыҙ алып бара ала.

“Әлбиттә, йөк автомобилдәре, квадрациклдар менән дә йөрөргә мөмкин. Ләкин уларҙың тауышлы булыуы хәүеф тыуҙыра. Ә иртә таңда аттар менән хәрби позицияларға бер ниндәй тауыш-тынһыҙ барып ҡайтырға мөмкин. Ике атта 200 килограмм йөк ташырға, хатта иртә менән ике тапҡыр урап ҡайтырға ла була. Башҡорт аттары көслө, сыҙамлы һәм аҡыллы. Киләсәктә уларҙың һанын 10-ға тиклем арттырырға ниәт бар», - ти “Башҡорт”.

Тимәк, тиҙҙән яу биләмәһенә тағы аттар юлланасаҡ.

Фото: "Башинформ"

 

"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?
"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?
"Әбйәлил" менән "Буян"дың хәле нисек?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас