Геройҙар дәүере
24 Август 2023, 18:00

Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты

Улар араһында "Буханка" машинаһы ла бар.

Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙаттыБаймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты
Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты

Баймаҡ районы халҡы даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына гуманитар ярҙам оҙата. Сираттағы ылау кисә ҡуҙғалды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Бөгөн беҙҙең һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр, яҡындарынан посылкалар МХО биләмәһенә оҙатылды. Һәр беребеҙ Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итә ала. Әлеге ваҡытта Тыуған иле өсөн ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған һалдаттарға эскерһеҙ рәхмәт күрһәтеү бик мөһим.

Был изге эштә ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә уларҙың фиҙакәрлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ярҙамыбыҙ егеттәр өсөн файҙалы булыр, тип ышанабыҙ. Уларҙың тиҙерәк ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ!" - тип яҙған ул.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты
Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты
Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты
Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты
Баймаҡтар яҡташтарына ылау оҙатты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас