Геройҙар дәүере
25 Август 2023, 13:00

Доставаловсыларға ҡымыҙ һәм бал оҙатылған

Йәрмәкәйҙәр яугирҙәргә сираттағы гуманитар ылау оҙатты.

Доставаловсыларға  ҡымыҙ һәм бал оҙатылғанДоставаловсыларға  ҡымыҙ һәм бал оҙатылған
Доставаловсыларға ҡымыҙ һәм бал оҙатылған

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон хәрби хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандан гуманитар йөк оҙатылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурысын үтәгән һуғышсылар республиканың иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәренән хуш еҫле һәм сифатлы ҡымыҙ алды.Доставалсыларға милли эсемлектең 40 литрын Йәрмәкәй районынан фермер Зөбәйер Ғаджиев оҙатты.

Зөбәйер Ғаджиев ун йылдан ашыу хәләл ефете менән ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә уҙған 17-се республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында улар икенсе урын алған.

Шулай уҡ башҡорт яугирҙәре гуманитар йөк менән туҡмас, бал, һыу, һабын алды, тип хәбәр итә район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе һәм «Бында һәм хәҙер» ирекмәндәр клубы етәксеһе Ынйы Шафиҡова.

Йәрмәкәйҙәрҙең ҡымыҙ һәм балдары, туҡмас һәм башҡа әйберҙәре яҡташтарына һәм яугирҙәргә тыуған яҡтарының сәләме булып барып етһен!

Фото: "Башинформ"

Доставаловсыларға  ҡымыҙ һәм бал оҙатылған
Доставаловсыларға  ҡымыҙ һәм бал оҙатылған
Доставаловсыларға ҡымыҙ һәм бал оҙатылған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас