+20 °С
Болотло


Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы мәҙәниәт йортонда беҙҙең һалдаттар өсөн маскировка селтәрҙәре үреүҙе дауам итәләр. (Сараны ойоштороусы-Китапханасы Ахунова Гөлнур) СВО зонаһына ике селтәр ебәрелгән була. Бындай селтәрҙәр техник сараларҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы һәм яһалма ҡоролмаларҙы урындар итеп маскировкалау өсөн ҡулланыла. Ҙур тырышлыҡ менән ярҙам итәләр, бөтәһе лә шәп, бик тырышалар!!! Һәр бер битараф булмағанға, һаулыҡ именлек һәм, әлбиттә, бөтәбеҙгә лә тыныс күк йөҙө теләйбеҙ