

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанға халыҡ йыйыла
15 июндән 15 авгусҡа ҡәҙәр республикабыҙҙа быйыл икенсе тапҡыр "Геройҙар ваҡыты" асыҡ Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы үтте. Сара легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры - генерал-майор М. Шайморатовтың тыуған көнөнә арнала.
Әле Өфөнөң Совет майҙанында конкурстың йомғаҡлау өлөшө башланып тора. Ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалаған жюри эшенә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкселек итә. Ярымфиналға иһә 17 төбәктән 58 композиция үткән.
Рәүилә Ғатауллина.
Автор видеолары һәм фотолары.