Геройҙар дәүере
26 Август 2023, 07:00

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Махсус операция биләмәһенән юлъяҙма Мөнир ҠУНАФИН

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...
Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Беҙ үҙебеҙҙе музейҙа йөрөгән кеүек хис итеп артабан йорт ихатаһына үтәбеҙ. Егеттәр бында тағы ла күберәк шикелле. Күптәр яралы. Һыҙланыусылар бар. Мәҫәлән, “Француз” һөжүмгә барғанда төркөм менән “бомбежка” аҫтында ҡалып контузия алған. Иҫен юғалтҡан, нисек алып сыҡҡандарын йүнләп иҫләмәй ҙә. Әле хәлем һәйбәтләнә, дауаланам, ти. Ә “Латыш” әйтеүенсә, шартлау тулҡыны уны күтәреп бәргән. Хәҙер умрау һөйәге (ключица) буйынса операцияға барам тип тора.

– Аҡса эшләйем, тип килдеңме? – тим.

– Мин ритуал хеҙмәтендә эшләнем. Күп кешеләрҙе ерләнем Туймазыла. Ғүмер ҡәҙерен, үлем ауырлығын минән дә һәйбәт белгән кеше юҡ. Яҡыныңды юғалтыу – иң ҡыйыны. Кешеләрҙең һығылып илағанын күп күрҙем. Уларҙың ҡайғыһын аңлайым. “Йөк 200” ҡайта башлағас, түҙмәнем, операция биләмәһенә юлландым. Ихлас күңелдән әйтәм, иптәштәргә минең дә ярҙам кәрәк булыр, тип килдем.

Кем генә юҡ инде бында, тип ҡуям. Тик ул бында ҡәбер ҡаҙыусы түгел, ә, киреһенсә, ҡулына ҡорал алып, иленә ҡәбер ҡаҙырға килеүселәрҙең артына тибеүсе бөгөн.

Стәрлетамаҡтан бер егет, баламдың йәйгеһен тирәк мамығынанмы, нимәнәндер аллергияһы ҡуба. Ҡатыным аллергологҡа яҙыла алмай йонсой, ярҙам итеп булмаймы, тип мөрәжәғәт итте. “Шаман”ды саҡырып алып, үтенесен еткерҙем. Иртәгәһенә иртән Красный Лучтағы логистик үҙәктән икенсе батальонға ҡуҙғалғанда, “13”-төң егеттәренә был мәсьәлә хаҡында иҫтәренә төшөргәйнем, улар, кисә үк хәл ителде, тип торалар. Система эшләй, тимәк. Яугирҙәрҙең ябай көнкүреш мәсьәләләре менән башы ҡатырға тейеш түгел.

Медицина взводынан ике егет килеп инде. Был өлкәне лә күрһәтеү маҡсатынан уларҙы “Шаман” саҡырған. Донъялағы иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренең һәм үлем ҡосағынан йолоп алып ҡалыусыларҙың батырлыҡтары хаҡында күп беләбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби медиктар 17(!) миллион яралы һәм сирлене аяҡҡа баҫтырған. 

“Хирург”. Етеҙ, шаян икәне һәр хәрәкәтендә сағыла. Алкинола әҙерлек осорон үткәндә дуҫтары шаярып ҡушҡан позывной хәҙер уның төп эшенә әйләнеп бара. Уны тәүҙә төҙ атҡаны өсөн снайпер итмәксе булалар, ләкин һуңынан, ҡулы килешле булғанғамы, медицина ротаһына яҙалар. Был өлкәлә бер һөнәре лә юҡ, беренсе ярҙам күрһәтеү курсын ғына үткән. Үҙе әйтеүенсә, йылға яҡын хеҙмәт осоронда тәжрибә шул тиклем ҙур, һәр яралыны аяҡҡа баҫтырырға әҙер.

– Беҙҙең эшебеҙ – яралыларҙы эвакуациялау. Факт буйынса нулевой нөктәнән, йәғни ҡыҙыу яу яланынан ситтә, ҡабул итеп алып, медицина учреждениеһына алып барып еткереү. Тик улай ғына булмай. Беҙҙең эштә көтөп ятып булмай, һәр минут-секунд ҡәҙерле тигәндәй, алғы һыҙыҡҡа инеп, унан да алып сығабыҙ.

– Ҡулығыҙҙа үлеүселәр булғандыр?

– Күҙ алдымда беҙҙең ҡала (ул С. ҡалаһынан) егеттәре үлде. Кәүҙәләрен үҙем алып барҙым. Күп күрелде, – тәмәкеһен тоҡандыра. –  Иҫләйем, 11 сентябрь, позывнойҙары “Г...” һәм “Х...” ине, окопта снаряд тура өҫтәренә төшкән. Яугирҙәрҙең ҡалдыҡтарын йыйып алырға тура килде, ҡайҙа башы, аяғы-ҡулы тигәндәй... – мин бер нимәгә иғтибар иттем, һалдаттарҙың күпселек ауыр хәтирәләре үткән йылдың көҙө менән бәйле. Шул осор, тимәк, өлөшләтә мобилизация юҡҡа булмаған.

– Табиптарға пациенттарҙы йәлләмәҫкә, һыҙланһалар ҙа иғтибар бирмәҫкә өйрәтәләрҙер. Һеҙ ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? – Эдуард Ҡусҡарбәков һәр ваҡыттағыса һорау бирергә лә, “шылт-шылт” төшөрөргә лә өлгөрә.

– Дөрөҫ, тәүҙә уларҙың һәр һыҙланыуын йөрәк аша үткәрәһең, улар менән һин дә һыҙланаһың. Үлеп ҡуйыр, тип ҡурҡаһың. Уға ауыртыу эшләге килмәй. Хәҙер барыбер, цинизм сифаты өҫкә ҡалҡа, шунһыҙ һинең үҙеңә лә, уға ла ҡыйын ғына буласағын аңлайһың. Мәмәйләнеп торорға һинең ваҡытың юҡ. Түҙә алмай ҡысҡыра икән, ҡысҡырһын, һинең бурысың – тиҙерәк яраһын бәйләү, ҡан ағыуҙан туҡтатыу, ауыртыуҙы баҫа торған укол һалыу һәм тиҙерәк ҡурҡыныс янаған биләмәнән алып сығыу. Уны йәлләү, хәленә инеү юҡ хәҙер. Был – беҙҙең эш. Тойғолар – һуңынан, ҡайтҡас, ятып күҙҙе йомғас...

– Гражданкала кем булып эшләнегеҙ?

– Мин трейдинг, инвестициялау менән шөғөлләндем. Иктисадсы. Бындағыға ҡарағанда ике-өс тапҡырға күберәк аҡса эшләй инем. Мин бында ветерандар өсөн килдем. (Аңлауымса, ветеран булыр өсөн). Беҙ егеттәр менән һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш ойошмаларының биләмәләрен һаҡлау буйынса шәхси хәрби компания асырға ниәтләндек. Мине директор итеп күрә ине дуҫтарым. Йөрөй башлағайным, һин хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмағанһың, асып булмай, тинеләр. Мөмкин түгел. Уны ғына төҙәтеп була, тинем дә, Шайморатов батальонына ярты йылға барып ҡайтырға булдым. Ярты йыллыҡ контракт төҙөгәйнем дә, тотҡарландым әле. Браттарҙы ташлап ҡайтып та булмай.

Дауамы бар. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас