

Благовещен районы хакимиәте хеҙмәткәренең улы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына яҙылған һәм Донбассҡа хеҙмәт итергә киткән. Ул киң танылған «Лунтик» йәнһүрәтендәге төп геройҙың атамаһын алған. Яугир әрмелә хеҙмәт итмәгән, әммә физик яҡтан яҡшы әҙерлекле. Атайым етәксе тип тормаған, үҙе теләп махсус хәрби операцияға барырға теләк белдергән.
«МХО-ға бергә киткән дуҫтарының береһе улымдың көслө, утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булыуы хаҡында һөйләне. Беҙ уға ышанабыҙ һәм көтәбеҙ», — ти һалдат әсәһе.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.