Геройҙар дәүере
27 Август 2023, 07:00

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Махсус операция биләмәһенән юлъяҙма Мөнир ҠУНАФИН

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...
Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Бер тарих. Үткән йылдың 3 октябрендә Давыдов - Брудола позицияла торғанда, “Туз”дың йоҡо артерияһына оҙон ярсыҡ эләкте. Беҙгә йүгереп килде. “Каха” менән икебеҙ ҡанын туҡтатып, ярҙам итеп өлгөрҙөк. Ҡотҡарҙыҡ һәм оҙаттыҡ.  Өс айҙан кире килде был. Госпиталдә хирургтар ярсыҡты ала алмаған, ул ҙур, һәрмәп-тотҡолап ҡараһаң, уны тойорға була. Шул табиптар, һине ҡотҡарған медиктарға рәхмәтле бул, теге донъянан һөйрәп сығарғандар, тип беҙҙең хеҙмәтте баһалағандар үҙҙәре. “Нимә тип килдең бында?” – тибеҙ “Туз”ға. “Һеҙҙе, дуҫтарҙы һағындым, нисек инде: һеҙ – бында, мин тегендә тыныс күңел менән...” – ти. Үҙе йүнләп муйынын да бора алмай. Был урының ныҡ һыҙлаясаҡ, һыуыҡта түҙеп булмаясаҡ, ҡан боҙолорға мөмкин, тип аңлатып саҡ ҡайтарып ебәрҙек. Һуғыш тиһәк тә, йәндәштәр беҙ бында...

“Знахарь”. Күҙлекле, профессорҙарҙы хәтерләтә. Һәр һүҙен уйлап һөйләй. Позывнойы аңлашыла. Медицина училищеһын бөткән, университетта ла уҡып алған, тик тамамламаған, башҡа аҡсалы өлкәлә эшләгән. Яңы йыл алдынан килгән. Тәүҙә гранатомет взводына яҙғандар. Взвод командиры “Дон”, уның медик икәнен белгәс, һорап үҙенә алған. Ҡыҫҡаһы, һөнәре барыбер уны эҙләп тапҡан. Уның әйтеүенсә, взводта – ун өс кеше, тағы ла ике-өс кеше кәрәк әле.

– Медиктарға яу яланында үҙен нисек тоторға кәрәк? – беренсе һорау шулай яңғыраны.

– Ҡаты һәм һалҡын ҡанлы булыу. Ҡайһы берҙәренә аңламаған саҡтарында ҡаты ла ҡағылырға тура килә. Бер мәл берәү эсенә яраланған ине. Атларға ҡурҡа. Нисек әйтһәм дә атламай, елкәһенә тондорорға тура килде. Стресы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Һуңынан, һауығып сыҡҡас, бик тә рәхмәтле булды.

Алғы һыҙыҡта йыш булабыҙ. Иң ауыры – төнөн, фонарһыҙ-ниһеҙ, дөм ҡараңғыла “ике йөҙөнсө”ләрҙе яу яланынан сығарыу. Оҙағыраҡ ятҡан булһалар, эстетик йәһәттән... үҙегеҙ аңлайһығыҙ, еҫ һәм башҡаһы. Бер ни күренмәй, һәрмәнеп, кәүҙәләрҙе табып...

 Шәфҡәт яугирҙе иҫебеҙ китеп, улар менән һыҙланып тыңлайбыҙ. Аптырап:

– Йөрәгегеҙ ҡатманымы, ташҡа әйләнмәйме? – тип мығырҙайбыҙ. 

– Һыҙланыу һәм тетрәнеү мәңге ҡаласаҡ. Ә ташҡа ул тыныс тормошта ла әйләнергә мөмкин. Иле өсөн янмағандар, балаларын ташлап китеүселәр... Өйҙә мине ҡатыным, өс балам көтә. Күңел ҡатырға тейеш түгел. Һағынам, яратам уларҙы. Ҡатыным өс-дүрт ай балаларға минең бында икәнде әйтмәй торҙо. Бәләкәстәре һигеҙ, алты йәштә генәләр, белгәс, оҙаҡ иланылар, тип һөйләне һөйгәнем. Өлкәне 19 йәштә, ул аңлай инде. Улар өсөн мин ҡәҙерле, шуға ҡатырға тейеш түгел. Йөрәгемдә һөйөү уты мәңге йәшәй. Унан һуң, күпме ғүмерҙе ҡотҡарып, беҙ шатлыҡ хистәре лә кисерәбеҙ, сауап та алабыҙ.

– Аҡса эшләргә килеүселәр күберәкме, патриоттармы?

– Аҡса ғына барыһын да хәл итә, тип йәшәүселәр бик ныҡ хаталана. Тормошта башҡа ҡиммәттәр, әйтәйек, намыҫ  таҙалығы, ғаилә именлеге, мөхәббәт аҡлығы, ат-әсә ҡәҙере... ауыр саҡта ана шулар алға сыға. Ә улар барыһы ла илдең ныҡлығына, донъяларҙың тыныслығына бәйле. Тиҙерәк еңеп ҡайтырға яҙһын. Төрлө кешеләр була. Араларында ҡурҡаҡтар ҙа йөрөй. Төрлө сәбәп эҙләп, төрлө сир-ауырыу табып, беҙгә мөрәжәғәт итергә торғандар ҙа бар. Тик, оло ышаныс менән әйтәм, ысын егеттәр, ысын ҡаһармандар, үҙен дә йәлләмәй, братын да ҡаплар батырҙар күпкә күберәк. Шуға ла беҙ көслө.

Бишенсе полктан китер саҡта, бер егет танып, Мөнир Ҡунафин ағай, һеҙ беҙҙең ауылда булдығыҙ, тип килеп ҡосаҡланы. Әлшәй районында йәшәүсе синыфташымдың уҡыусыһы. “Шатун”. Икебеҙгә лә рәхәт булып китте. Базаға ҡайтҡас, синыфташыма сәләм ҡундырҙым, егет иҫән-һау, кәйефе шәп ине, тинем. “Унан сәләм иртәрәк килеп етте, уҡыусым бик һөйөнгән. Һеҙ – геройҙар, барығыҙ ҙа иҫән йөрөгөҙ”, – тигән яуап килде.

Беҙ артабан урман һыҙатына табан йүнәләбеҙ. Унда ышыҡта – ағастар араһында  машиналар, техника урын алған. Бронниктар күтәреп йөрөп арытылһа ла, һәр йәнле һөйләшеү, аралашыу күңелде күтәрә, һәр яугир артында романдарға һыйыр яҙмыштар ятҡаны яҙыусыла оло ҡыҙыҡһыныу уята.

“Боец”. Үткер ҡарашлы, оҙон кәүҙәле спортсы. Руль артынан килеп төштө, эшләп ултырған техника тауышы аҫтында һөйләшәбеҙ. Хәҙер ҡуҙғалалар. Батальон төҙөлә башлағандан бирле бында.  Оҙаҡламай отпуск тип тора, өйҙә ҡатыны, ҡыҙы, әсәһе, һеңлеләре көтә. Ейәнсура районынан. Ул ваҡытында бик ҡаты яраланған һәм яңынан сафҡа баҫҡан.

– 3 октябрь “Урал”да аҙыҡ-түлек тейәп ҡайтып килә инек.  Янымда –  “Карандаш” дуҫым. Позицияға килеп кенә еткәйнек, “обстрел” башланды. “Минометка”ларҙан ебәрҙеләр буғай. Ярсыҡтары килеп тейҙе, “Урал”ға ныҡ эләкте, тишкеләнеп бөттө. Көслө тулҡын мине машинанан алып ташланы. Аңламай ҙа ҡалдым. Ул саҡта бының ҙур бәхет икәнен белмәнем дә: контузия алдым, ярсыҡтары тәнемә ҡаҙалды. Ләкин тере инем. Ә машинала ҡалған “Карандаш” үлемесле ауыр яра алған. Әле генә кабинала көлөшөп һөйләшеп килгән дуҫым минең. Руслан исемле дуҫымды февралдә юғалттым. Быға ышана ла алмайым. Ул һаман янда йөрөгән кеүек. “Колыван“ды һағынам, иҫ киткес изге күңелле кеше ине... (Һуңғыһы тураһында “Йырсы” ла телгә алғайны).

Ҡоштарҙың шашып һайрағаны ишетелә. Хатта эшләп ултырған машина тауышы ла ҡаплай алмай. Ағастар моңға сорналып тынып ҡалған. Бар урман моңға күмелгән. Мостай әйтмешләй, һайрай, һайрай, күпме наҙ телендә, һайрай үс итеп һуғышҡа, үлемгә.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас