

Илеш районының Рсай ауылынан Гөлнара Исламова махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә үҙенсәлекле бүләк – хромка гармун тапшырған.
“Һалдат тормошо еңелдән түгел, уларҙың йәшәйешенә аҙ ғына булһа ла шатлыҡ бүләк иткем, дәртләндергем килде. Йыр-моң күңелде йылыта, кәйефте күтәрә, ауыр саҡта ярҙам итә”, - тип аңлатҡан Гөлнара үҙенең был аҙымын.
Ғөмүмән, Илеш районы халҡы, республиканың бөтә төбәктәре кеүек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тәүге көндән үк ҙур ярҙам күрһәтеп килә был изге эш әле лә әүҙем дауам итә.
“Ишҡар һәм Ҡужбаҡты ауыл биләмәләре халҡы райондың оператив штабына дрель, иретеп йәбештереү аппараты һәм электродтар, аккумулятор, газ горелкаһы, шәхси гигиена әйберҙәре һ.б. тапшырҙы”, - тип яҙҙы Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бындай әйберҙәр даими рәүештә гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылып тора. Ошо көндәрҙә Донецкиҙан Илмир Йосопов атлы ир-азамат ҡайтҡан. Ул яҡташтары йыйған гуманитар ярҙамды алып барған. Шулай уҡ яҡын дуҫы – “Хәсән” позывнойлы яугирҙе хеҙмәт иткән еренә илткән. Илмир яугирҙәргә дрель, болгарка, эш ҡорамалдары, маскировкалау селтәрҙәре, шәхси гигиена әйберҙәре тапшырған, шәхсән үҙ аҡсаһына 40 пар аяҡ кейеме һатып алған.
Халҡыбыҙ һәр саҡ ауырлыҡты берҙәм көс менән еңгән. Гөлнара Исламова, Илмир Йосопов кеүек илһөйәр рухлылар менән был ҡаршылыҡтарҙы ла мотлаҡ еңеп сығырбыҙ. Илештәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Фотолар һәм сығанаҡ: vk.com/ildar_mustafin_ilish