

“Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең Көршәле ауылында махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусы «Айыу» ҡушаматлы яугиребеҙгә арналған ҡорбан ашы үтте. Тиҙҙән яугир кире махсус хәрби операцияға юлланасаҡ. Ҡорбан ашына йыйылыусылар егеткә иҫәнлек, һаулыҡ һәм тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтырға насип булһын тигән теләктәр теләне. Салған ҡорбандар сауапҡа яҙһын, ҡабул булһын!
Әйткәндәй, Көршәле "Айыҡ ауыл-2023" конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Әлеге мәлдә ошо ауылдың батыр улдары илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшә”, – тип яҙалар Мәсетле районынан.
Сығанаҡ: vk.com/club20916055