Геройҙар дәүере
1 Сентябрь 2023, 12:04

Алғы сафта бик кәрәкле

Яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлаһын.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Хәйбулла районы халҡы, ойошмалары хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда, яугирҙәр даими рәүештә гуманитар йөк ебәргән хәйбуллаларға һәр ваҡыт оло рәхмәт белдерә. Шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ хәрби операция биләмәһендә маскировка селтәрҙәре кәрәклеген айырыу­са билдәләй, сөнки уның ярҙамында әллә күпме саҡрымға һуҙылған окоп, блиндаж, техника, ҡорамалдар ғына түгел, иң мөһиме – кеше ғүмерҙәре ҡурсалана.

Райондың күп кенә ауылдары халҡы, ошо изге ғәмәлгә ҡушылып, махсус туҡыманан селтәр үрә. Хәйбулла районының Ғаилә хеҙмәте белгесе Филүзә Ишемғолова ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Атингән, Ғәлиәхмәт, Иләс, Йәнтеш, Татыр-Үҙәк, Федоровкала йәшәүселәр – икешәр, Быҙаулыҡ, Иҫәнгилде, Маҡан, Һамар, Әбеш, Яңы Ергән ауылдары халҡы берәр селтәр үреп яугирҙәргә оҙатҡан да инде. Бүре­байҙар менән аҡъярҙар ҙа ҙур әү­ҙемлек күрһәткән. Бүребай мәҙәниәт йортонда – дүрт, китапханаһында бер селтәр әҙерләгәндәр. Аҡъяр ауылында Ғаилә хеҙмәтендә алтыны үрһәләр, тағы бер селтәрҙе Газ хеҙмәте ойошмаһы тапшырған. Әлеге ваҡытта Ивановка, Сиҙәм, Вәлит һәм Комсомол ауылдары ла ошо эшкә тотонған.

Ысынлап та, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар башлыса маскировка селтәрҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Ошоға бәйле, Хәй­булла ирекмәндәре башланғысы менән, селтәрҙәр әҙерләү эше районда киң ҡолас алды. Башта кәрәкле материалды һатып алыу өсөн аҡса йыйыу маҡсатында хәйриә йәрмин­кәләре ойошторолдо, һуңынан бы­ның өсөн район хакимиәте финанс сығанаҡтары бүлде.

Бүребай мәҙәниәт йортонда, Аҡъярҙа Ғаилә хеҙмәтендә, район ауылдары клубтарында селтәрҙәрҙе тәғәйен рәүештә үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре даими уҙғарыла. Тағы ла һабантуй барышында Аҡъяр ауыл биләмәһе тирмәһендә лә оҫталыҡ дәресе ойошторғандар, унда ла ҡатнашыусылар күп булған. Әлеге ваҡытта “торна” тип аталған бәйләү алымына өҫтөнлөк бирелә, сөнки был ысул менән эш тиҙерәк башҡарыла, шулай уҡ туҡыма аҙыраҡ сарыф ителә, селтәрҙең ауырлығы ла кәмей һәм ул еңел килеп сыға. Әҙерләнгән селтәрҙәр­ҙең ҙурлығы төрлөсә – 4х6, 2,5х3, 5х7, 8х9 метр һәм башҡалар. Ҙур селтәрҙәр танк, БТР кеүек ҡеүәтле хәрби техниканы тулыһынса ҡаплап, уларҙы йәшереүгә булышлыҡ итә.

– Президент гранттары фонды ярҙамында, “Йәшә” Донбассты яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәрҙең ғаилә­ләрен комплекслы оҙатыу үҙәктәре” проектын ғәмәлгә ашырыу маҡса­тында Хәйбулла районының Ғаилә хеҙмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маски­ровка селтәрен эшләү, йыуғыстар бәйләү, ҡоро душ ҡаптарын әҙерләү, гуманитар ярҙам йыйыу эше дауам итә. Ғаилә хеҙмәтендә һәм ошо уҡ бинала урынлашҡан үҙәк район китапханаһында маскировка сел­тәрҙәрен үреү буйынса ике май­ҙансыҡ эшләй. Улар өсөн урындағы эшҡыуарҙар Динислам Бохарбаев менән Рәмил Билалов рамлы таяуҙар яһаған, ә Салауат Абдуллин туҡыманы ҡырҡыу өсөн станок эшләп биргән.

Бында аҡъярҙар, шул иҫәптән үҙәк район китапханаһының баш­ҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге ҡарамағында ойош­торолған “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Юшан” халыҡ инструменталь ансамбле һәм район мәҙәниәт йортоноң “Балҡыш” коллективы ағзалары һәм башҡалар тырышып эшләй. Айырыуса Мәрйәм Ниғмәт ҡыҙы Хәйҙәрова менән Мәҙинә Ғөбәй ҡыҙы Ишкилдина ҙур әүҙем­лек күрһәтә. Башҡа ауылдарҙа “Ағинәйҙәр” ойошмалары һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары, мәҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәре ошо изге эшкә ихлас тотондо. Шул уҡ ваҡытта маскировка селтәрҙәре үреү эшенән ситтә тороп ҡалған ауылдар, хатта тотош ауыл биләмәләре лә бар, уларҙың халҡын да изге ғәмәлгә ҡушылырға саҡырабыҙ, – тине Филүзә Азат ҡыҙы.

Екатеринбург ҡалаһында эшләп, ошо арала Аҡъярға ялға ҡайтҡан Ләйсән Бәҙәмшина көн һайын Ғаилә хеҙмәтенә килеп, яугирҙәргә маскировка селтәре үрә. Эшһөйәр, оло йөрәкле ҡыҙ, хатта ял көндә­рендә өйөнә материал алып ҡай­тып үргән, эш көнө башланғас, әҙер селтәрҙе килтереп тапшырған һәм шунда уҡ яңы селтәргә тотонған.

“Өйҙә ҡустым Артур рам эшләп биргәс, Бәләбәйҙән ялға ҡайтҡан әхирәтем Ләйсән Яруллина менән эшкә тотондоҡ. Әйтергә кәрәк, маскировка селтәрҙәрен үреүҙең бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ, тиҙ өй­рәнеп була. Быны күптәр баш­ҡара ала тип уйлайым”, – ти Ләйсән. От­пускыға ҡайтҡан ҡыҙ изге эштәре менән күп кенә йәш­тәргә үрнәк булып тора.

Ошо арала хәйбуллалар әҙерлә­гән маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ ҡаптары, кейем һәм башҡа кә­рәк-яраҡ менән сираттағы гуманитар ылау яҡташ-яугирҙәребеҙгә барып еткән.

Ирекмәндәребеҙ көн һайын –  үҙҙәренең тыуған төбәгендә, ә яугирҙәребеҙ алғы сафта батырлыҡ күрһәтә. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр Аҡъяр ауылының М. Гәрәев урамын­дағы 40-сы йортта урынлашҡан Ғаилә хеҙмәтендә, шулай уҡ Бүре­бай, Ивановка, Сиҙәм, Вәлит, Яңы Ергән һәм башҡа ауылдарҙың клубтарында селтәр үреү менән мәшғүл. Маскировка селтәрен үреү эше әле лә туҡтамай, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Изге эшегеҙ яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауҙа, еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыуҙа оло ярҙам булһын!

- Раян АТАНБАЕВ
   Хәйбулла районы

Читайте нас