

Ҡариҙел районының Балмазы ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Хәмиҙә Дәүләтгәрәева үҙенең сәхифәһендә махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәргә ярҙам иткән мөләйем инәйҙәр хаҡында яҙҙы:
"Балмазы ауылы ағинәйҙәре Далира Нуриәхмәтова һәм Вәсимә Вәлинурова бер ҙә буш ултырмай. Йөн иләп, ойоҡ бәйләп махсус хәрби операцияға ебәрергә йыйына.
"Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, еп еткәнсе бәйләйәсәкбеҙ. Мөмкин тиклем күберәк ойоҡбаш бәйләргә тырышабыҙ. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ, һәм беҙ уға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ, – ти Васимә апай. - Йөрәк йылыбыҙҙы һалып бәйләйбеҙ, сөнки йәш буйынса махсус операцияла ҡатнашыусылар беҙҙең балалар кеүек. Ошо йөн ойоҡтарын кейеп үҙ аяҡтарында имен-аман ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, - тип теләктәргә ҡушыла Далира Нуриәхмәтова”.
Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!"
Хәмиҙә Дәүләтгәрәева фото һәм видеоһы.