Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Сентябрь 2023, 14:00

Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы

Район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов етәкләгән ылау өс тәүлектән ашыу ваҡытта 5000 саҡрым ара үтеп, Сватово, Донецк, Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт иткән яҡташтарына күстәнәстәр тапшырып ҡайтты.

Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы

"Ейәнсура таңдары" гәзите хәбәр итеүенсә, Ейәнсура халҡы махсус хәрби операциялағы райондаштарына даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙата. Ошо көндәрҙә район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов етәкләгән ылау өс тәүлектән ашыу ваҡытта 5000 саҡрым ара үтеп, Сватово, Донецк, Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт иткән яҡташтарына күстәнәстәр тапшырып ҡайтҡан.

– Яугирҙәр Оборона министрлығы тарафынан тулыһынса тәьмин ителгән, әлбиттә. Әммә улар өсөн беҙҙең иғтибар, тыуған яҡ сәләме бик мөһим. Шуға ла һәр ылауҙы туплағанда егеттәребеҙҙең теләк-үтенестәре иҫәпкә алына. Был юлы ла шулай дарыуҙар, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалымдан, балаларҙың хаттарынан тыш, Сватово йүнәлешендәге егеттәргә Нива автомобиле ҡыуып алып барҙыҡ. Һуйып туңдырылған һарыҡ, һыйыр иттәре, быҡтырылған ит, сөсө икмәк кеүек өй күстәнәстәренә егеттәр ихлас ҡыуанды, – ти Рәмил Урал улы. Гуманитар ярҙамды алырға һәр урындан бер йәки ике райондаш сыҡҡан. Ә килә алмағандарына тәғәйен посылкаларҙы егеттәр үҙҙәре тапшырасаҡ. Был йәһәттән хеҙмәттәшлек юлға һалынған, райондаштар үҙ-ара бәйләнештә.

"Ҡыҙғаныс, әлбиттә, әммә бер үҙе генә икенсе йүнәлештә булған, бәйләнешкә һирәк сыҡҡан егеттәр ҙә бар. Ундайҙарға ярҙам итеү мөмкинлеге юҡ. Әммә тынысланмайбыҙ, мөмкинлектәр эҙләйбеҙ. Был юлы шулай, ниһайәт, Донецк янындағы егеттәргә ярҙам барып етте. Уларға шәхси гигиена әйберҙәрен теүәлләп, һәр ҡайһыһына айырым посылка әҙерләнек. Егеттәрҙең һәр ҡайһыһы яҡындары, ғаиләләре өсөн борсола. Әммә уларҙың рухы күтәренке. Аралашҡан береһе яҡташтарҙың иғтибары, ярҙам-күстәнәстәре уларға көс һәм дәрт өҫтәүен әйтте, – тине Рәмил Урал улы һәм гуманитар ярҙам йыйыуға һәр ваҡыт ярҙам күрһәткән район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға, шулай уҡ көн-төн йоҡламай, алмаш-тилмәш руль артында булған Хәйҙәр Әлмөхәмәтов, Заһир Ҡарабаев, Ринат Яковлев һәм Радик Кәримовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Беҙ мөһим бурыс үтәгән был егеттәрҙе һәм ғаиләләрен артабан да ярҙамыбыҙҙан ҡалдырмаҫбыҙ. Иң мөһиме, имен-һау булһындар!"

Фото һәм текст сығанағы: "Ейәнсура таңдары" гәзитенән

 

Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Ейәнсуралар яҡташтарына ылау тапшырҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: