Геройҙар дәүере
1 Сентябрь 2023, 05:00

Иҫән-һау йөрө, ауылдаш!

Хәйбулла районынан ялға ҡайтҡан яугир кескәйҙәргә уйынсыҡтар бүләк иткән

Иҫән-һау йөрө, ауылдаш!Иҫән-һау йөрө, ауылдаш!
Иҫән-һау йөрө, ауылдаш!

Был хаҡта Хәйбулла район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Тимур ауылдашым мобилизацияланғас, хатта бошондом - эскерһеҙ, изге күңелле кешегә ҡыйын булыр инде яу яланында, тип. Хәҙер ғорурланам. Янындағы егеттәр хөрмәт итә, батырлыҡтары өсөн ике миҙал менән бүләкләнде. Ә бөгөн отпускыға ҡайтҡан Тимур ауылдағы балалар баҡсаһына уйынсыҡтар алып бүләк иткән тигәстәр, күҙгә йәш тығылды. Илгә һынау килгәндә һынала инде кеше - кемдең кемлеге асыла. Тимур һымаҡтар барҙа Еңеү беҙҙең яҡта булыр! Иҫән-һау йөрө, ауылдаш!" -тип яҙған Роза Раузат ҡыҙы.

Фото: Роза Рәсембәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас