

Яугирҙәрҙе көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн халыҡ бәләкәй штабтар ойошторҙо. Бындай функцияны райондарҙың социаль үҙәктәре, мәҙәниәт усаҡтары үтәй. Улар, еңеүгә бәләкәй генә өлөш индерергә ниәтләп, ирекмәнлек эшенә ҡушыла.
Стәрлебаш районы ирекмәндәре – республикала иң әүҙемдәрҙең береһе. Ҡорбан байрамы алдынан махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә тушенка әҙерләү өсөн банка йыйыу тураһында иғлан итәләр. Һауыттар ирҙәре яу ҡырындағы һалдаттарҙың ҡатындары һәм райондың битараф булмаған халҡы ярҙамында тиҙ йыйылған. Тағы ла борсаҡ, тоҙ, уксус, сода һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барғандар. Шулай уҡ урындағы эшҡыуар Рәшит Миңлефәтих улы Хәтмуллин да ситтә ҡалмаған, ҡапҡастар һәм төрөү өсөн ҡумталар биргән.
Был юлы Стәрлебаш ирекмәндәре һыйыр итенән 123 банка һәм һарыҡ итенән 28 банка тушенка етештергән. Тәтер-Арыҫлан ауылынан Тәлғәт Тимербулат улы Шәрипов һәм Альберт Мәүлийәр улы Атласов ит менән тәьмин иткән. Ҡорбан байрамы хөрмәтенә үгеҙ һәм һарыҡ һуйғандар. Шулай уҡ Эльмира менән Рәсүл Мирхәйҙәровтар, Стәрлебаш ауылының 2-се урта мәктәбе һәм Ямғырсы мәктәбе уҡытыусылары коллективы аҙыҡ-түлек әҙерләүҙә һәм төрөүҙә ярҙам итә.
Айҙарәле ауылынан Илшат Ҡасим улы Ғәләүетдинов, Радмир Рәйес улы Хәмитов, Рөстәм Миңләхәт улы Сәйфетдинов һәм Руслан Барый улы Мөхәмәтов финанс яғынан әүҙем ярҙам итә, етештереүҙә һәм ташыуҙа ҡатнаша. Этикеткаларҙы Стәрлебаш районының бизнес-шәрифе Айнур Наил улы Юнысов әҙерләгән.
Баймаҡ районының Йомаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Арыҫлан Айҙар улы Иҫәнов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышлап, ҡорбанға һыйыр малы салған. Уның әсәһе, Йомаш ауылының “Ағинәйҙәр” йәмғиәте рәйесе Зифа Аҡназар ҡыҙы, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Серҙәштәр” ансамбле ағзалары һәм ауылдың уңған хужабикәләре менән берлектә ит быҡтырып, банкаларға япҡан. Күмәк көс менән йөҙҙән ашыу банка күстәнәс әҙерләнгән.
“Был сауаплы эш барыбыҙҙы ла берләштерҙе: кем ит тураны, кем уларҙы быҡтырҙы, кем банкаларҙы стерилләне... Шуныһы һөйөндөрҙө: ир-егеттәр ҙә бындай эштән ситтә ҡалмай. Еңеү хаҡына ҡылған изгелектәрегеҙ мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға барып етеп, көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһен. Уларҙың тиҙерәк, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Сауаплы эштә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма, айырыуса Арыҫлан Айҙар улына, Зифа Аҡназар ҡыҙына ҙур рәхмәт. Изге эштәрегеҙ һеҙҙе бәлә-ҡазанан һаҡлаһын, ныҡлы сәләмәтлек, донъялар именлеге теләйем”, – тине Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова.
Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!
- Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА