

Берәү ҡосаҡлап алды ла:
– ”Одесса”, – тип таныштырҙы. Үҙе ҡабалана, йүгереп кенә йөрөй.
– Нишләп “Одесса”? – тип һорап өлгөрәм.
– Одессаны күреү – иң ҙур хыял. Остап Бендерҙың ҡулын ҡыҫмайынса ҡайтмайым!
Кешене хыял йәшәтә, ҡанатлы итә. “Боец” менән улар машинаға ултырҙылар ҙа остолар. Алға табан. Имен йөрөһөндәр.
“Буран” менән танышам. Ул, киреһенсә, оло кешеләргә хас ҡабаланмай, фекерләп кенә һөйләшә. Шайморатов исемендәге батальон төҙөлә, тигәс, тәүәккәлләгән. Ул – водитель, эше ауыр булһа ла, ҡәнәғәт. Һүҙебеҙ машиналар ҡапланып ултырған йәшеренеү селтәрҙәренән башланды. Юлда ла күп машиналар ошо селтәргә ябынып саба. Һуңынан башҡа позицияларҙа булғанда БТР, БМП кеүек эре техниканың да ошо “массетка” төп күлдәге икәнен аңғарҙыҡ.
– Тәүҙә массетка бөтөнләй юҡ ине. Ә инде Херсон яғында ағаслыҡтар бик һирәк. Машинаны йәшерергә урын эҙләп мәж киләһең. Һирәк кенә булып үҫкән артыҡ бейек булмаған ағастарҙан торған посадкаларға морон төртәбеҙ. Шул саҡта, их, йәшеренеү селтәрҙәре булһа икән, тип уйлап ҡуя торғайным. Шөкөр, гумконвой менән килә башланы бер мәл. Хәҙер һәйбәт, барыбер ҡаплай, ҡотҡара инде. Дошмандарҙың коптерҙары бейектә оса, күп осраҡта шәйләмәй ҙә беҙҙе, – сабыр ғына йылмая.
– Асыҡ урында барғанда ҡурҡытамы әтеү?
– Әйтәм дә, тәүҙә ҡурҡыта ине. Хәҙер өйрәнелде. Кешенең тәбиғәте шулайҙыр, өйрәндерә-ә. Боеприпастар алып барабыҙ, ҡайһы саҡта личный составты күсерәбеҙ. Бензовозда ла йөрөнөм. Төрлө машина руленә ултырырға тура килә. Ҡайһыһы буш, командир ҡуша икән, ултыраһың да сабаһың.
– Ғаиләң бармы һуң?
– Нисек булмаһын. Шулар тип бында йөрөлә ләһә. Өйҙә өс балам көтә. Бәләкәйенә өс кенә йәш әле.
– Өс балалы атайҙарға ярамай түгелме, нишләп ҡайтмайһың?
– Уйлаған юҡ әле. Үҙем теләп килдем. Еңгәс ҡайтырбыҙ, урамға байрам килер. Опекаға алған өлкән балам да бар, уға егерме йәш. Атай һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырған. Мин ошо өс ҡәҙерлемде кеше итмәһәм, оят булыр ул.
– Алғы һыҙыҡҡа сығаһығыҙмы?
– Ана, “Камаз”ға ҡара, – тине лә руленә үрелде “Буран”.
Уның “Камаз”ы гөрләп эшләп ултыра. Ишегендә, алғы йөҙөндә, бамперҙан өҫтә – пуля, снаряд ярсыҡтары һалған эҙҙәр. Колхозда комбайнда эшләгән саҡта, ураҡ осоронда комбайндарҙың бункерына һәм машиналарҙың бортына шәп эшләгәндәре өсөн, нисә тонна иген иккәндәре һәм ташығандарына ҡарап, йондоҙ баҫалар ине. Был пуля тишектәре миңә ана шул йондоҙҙарҙы хәтерләтте. Һанына ҡарағанда, был йөк машинаһы тиҫтәнән ашыу тонна иген ташыған булып сыға түгелме?! Бына ҡайҙа ул ысын яу яланы батырҙары!
Йәшеренеү селтәре бик һаҡлай икән. Ул булмаған саҡта дошмандың күктәге “һайыҫҡандары” күреп, кәрәкле нөктәне “шыҡрыҡлай” торған. Хәҙер маскировка селтәре булғас рәхәт, ғүмер өсөн борсолмай йөрөргә була, тине бит әле. Апай-инәйҙәр, ҡыҙҙар-һеңлеләр, һеҙ тырышып теккән, йыйған селтәрҙәр күпме егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлай, ана. Әйтәм бит, бында һәр мөһим һәм кәрәкле объект, һәр техника “йәшел шәл” ябынған. Һәр хеҙмәт, ярҙам йөҙөнән һалынған һәр һум, хатта селтәрҙәге һәр “япраҡ” – еңеүгә илткән аҙым, дошманға төбәлгән ҡорал ул. Селтәргә бәйләнгән һәр “япраҡ” – һаҡлап ҡалынған бер ғүмер, иҫән бер яугир булыуы ла бик ихтимал икән – мин шуны аңланым. Ҡайтҡас та ун, йөҙ, юҡ, мең “япраҡ” бәйләйәсәкмен.
Шайморатов исемендәге батальонда һалдаттарҙы, командирҙарҙы, ашнаҡсы, медицина хеҙмәткәрҙәрен... – бар йәһәттән дә күреп, аралашып хәлдәрен белдек, уртаҡ уйҙарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Нисек бар, шулай һеҙгә теҙеп һөйләнек, гәзит уҡыусы.
Ниндәй башҡорт килгән ҡунаҡты сәй эсермәйенсә ҡайтарһын. Ҡайтыр саҡта “Шаман” табынға саҡырҙы. “Нимә бар, шуның менән байбыҙ”, – тигән булды. Тәүҙә беҙ, һалдаттар өлөшөнә ингән кеүек уңайһыҙлыҡ кисереп, баш тартып та маташҡайныҡ та, яуҙа барыһы ла уртаҡ, тигәс, өҫтәл янына ултырҙыҡ. Табын бай ғына ине: ҡалын итеп теленгән икмәк, шулай уҡ “мужиктарса” теленгән сыр һәм колбаса (өсөһөн бергә ҡат-ҡат һалһаң, ауыҙға һыймай), сәй, кәнфит һәм хөрмә. Һалдат һыйынан һуң зиһендәр асылып, кәйефтәр күтәрелеп китте.
Юлға сыҡҡас, Вәдүткә, әйҙә, үҙебеҙгә лә позывной уйлап табабыҙ, тим.
– Әйҙә, – ти дуҫым. Үҙе ҡәнәғәт. – Һин кем?
– Минең позывной – “Шағир”, – тим.
– Һин былай ҙа шағир, нисектер ҡыҙыҡ түгел.
– Ғафуриҙан булған өсөн, беренсе халыҡ шағирынан алғайным былай, – тигән булам.
– Улайһа, бара. Ә минеке – “Үгеҙ”, – машинаны һелкетеп көлә үҙе. “Шаман”ға ла ҡыҙыҡ булып китте.
– Һиңә “Фил” тип ҡушырға кәрәк, кәүҙәң ҡайһылай.
– Бала саҡ ҡушаматы ул. Тарихын һөйләмәйем, – тип һөйләшеүгә сер генә өҫтәне Вәдүт.
Рөстәм, беҙҙең хәүефһеҙлекте уйлап, ҡурсалай, аҡыл өйрәтә, ишеү әлеге эшенә тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, майор дәрәжәһенә еткән, уға яратып, “Генерал” тигән позывной таҡтыҡ. Эдуард “Арыҫлан” булды, атаһы исеменән, башҡаларға артыҡ фантазиябыҙ етмәне, баҫмаларына ғына ҡарап, Фәнисте – “Таң”, Сергейҙе – “АиФ”, Венерҙы “Юлдаш” тип нарыҡланыҡ. Бер-беребеҙгә позывной менән һирәк кенә өндәшһәк тә, Рөстәмгә ҡушаматы йәбеште. Өйгә ҡайтҡас та, хәлдәр нисек, генерал, тип шылтыраттыҡ.