Геройҙар дәүере
2 Сентября 2023, 12:00

Батыр яугир - Хәйбулланан!

"Кәрим" позывнойлы егеткә хәрби миҙал алғы һыҙыҡта тапшырылған.

Батыр яугир - Хәйбулланан!Батыр яугир - Хәйбулланан!
Батыр яугир - Хәйбулланан!

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Кәрим" позывнойлы Хәйбулла егете, дәүләт наградаһы менән бүләкләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирға “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы алғы һыҙыҡта тапшырылған

"Был награда яугирҙең яҡташтары, райондаштары өсөн дә оло ғорурлыҡ. Һеҙгә һәм, һәр ваҡыт ҡайғырған, ярҙам иткән, өйҙә көткән яҡындарығыҙға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең барығыҙға ла хәрби бурысты намыҫ менән үтәргә һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға теләйбеҙ", - тиелгән район хакимиәте сайтында.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас