Геройҙар дәүере
3 Сентябрь 2023, 07:00

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

ДАУАМЫ Мөнир ҠУНАФИН Доставаловсылар янында

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...
Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Иртә менән торҙоҡ. Фәнис Гәрәев, Сергей Кудряшов һәм Наил ағай таң менән Херсон яғына ҡуҙғала. Күҙҙәрҙе тырнай-тырнай барыбыҙ ҙа ятаҡ алдына сыҡтыҡ. Тауыш-тынһыҙ ғына ҡосаҡлашабыҙ. Кисә картанан ҡарап алғайныҡ, уларҙың юлы Красный Лучтан бик алыҫ, 400 саҡрым тирәһе, шуға базаға кире ҡайтыуҙары бик икеле. Ҡырым күпере аша ҡайтырға тура килеүе бар. Тағы ла ҡосаҡлашабыҙ, Өфөлә осрашырға яҙһын. Ҡапҡаны Псков бәһлеүәне Михаил асты. Машина икенсе урамға боролоп инеп киткәнсе оҙаҡ шым ғына ҡарап торабыҙ. Кемдер ҡул болғаны. Йыуынып-ҡырынып алғансы Венер Фәйзуллин менән Валера юлға сыҡты. Улар Волгоград янында полкка киләсәк ике айғырҙы ҡаршы алырға тейеш. Уларҙың кәйефе күтәренке, ни тиһәң дә, үҙҙәре әйтмешләй, “Тыуған илгә сығалар”. “Тиҙерәк әйләнегеҙ, көтәбеҙ” тип ҡалабыҙ.

Ҡалғандар, дүртәүбеҙ – Вәдүт, Эдуард, Рөстәм һәм мин, доставаловсылар янына юлланабыҙ. 

Александр Доставалов 2000 йылда Аргун тарлауығында 776-сы бейеклекте чечен боевиктарынан азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Ул үҙенең 4-се ротаһы менән ошо бейеклектә алышҡан 6-сы ротаға ярҙамға килә. Яу ваҡытында бер нисә тапҡыр яралана, әммә көрәшеүен дауам итә. Сираттағы пуля уның ғүмерен өҙә. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугиргә үҙе үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. 

 Бөгөн Александр Доставаловтың исемен ирекле башҡорт батальондарының береһе йөрөтә. Ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, тинеләр. Уларҙың да барып хәлен белеп киләйек әле.

Кисәге насар юлдан барҙыҡ барҙыҡ та, теге артыҡ талапсан ҡыланған икенсе посҡа етмәй һул яҡҡа – Донецк яғына боролдоҡ. Ул яҡта юл майлап ҡуйған кеүек. Һикертмәкле юлда фазандар, ҡуяндар бер нисә урында осраны. Бөтөнләй ҡурҡмайҙар, машина килгәнен күрһәләр, һиҙһәләр, ялҡауҙары килеп, яй ғына юл ситенә инеп китәләр. Был шаулы тормошҡа өйрәнгәндәрҙер. “Улар миналарға баҫып шартламайҙармы икән ни?” тигән уй килә башыма. Был турала беҙҙе оҙатып йөрөгән “Шәйех”кә көлөп өндәшәм. Ул бик аҙ һүҙле, талапсан хәрбиҙәргә хас “эйе”, “юҡ” тип бик ҡыҫҡа ғына яуап бирә. Һис тә артығын һөйләмәй. Бер яҡтан, уның менән күңелһеҙ, ләкин ышаныслы. Был баланың күҙендә нур бар, күңеле матурҙыр, тиер ине уны күргән өләсәйҙәр. Ул йылмайһа, бар донъяны балҡытып йылмая. Тик һирәк йылмая. Ана әле лә? бар йөҙөнән нурҙар сәсеп, минаға баҫып шартлаған ҡуяндар хаҡында ишеткән юҡ, тип ҡуя.

 Яңы асфальт йәйелгән, көҙгө кеүек юлдан йырлап ҡына барабыҙ. Енакиево тигән ҡаланы уҙып киттек. Бара биргәс, ҡулсаға етеп туҡтап торабыҙ. Һул яҡҡа күрһәткән ҡалай таҡталарҙа таныш исемдәр –Донецк, Макеевка, Авдеевка кеүек ҡалалар яғына киткән юлдар. Беҙ уңға, өҫкә күтәрелергә тейешбеҙ. Беҙ барасаҡ Горловка ҡалаһы ла һуғыш барған урын булараҡ ТВ, башҡа мәғлүмәт сараларында йыш телгә алына. Беҙ унда булғандан һуң алты көндән дошмандар Горловканы утҡа тотто, бер нисә урында шартлау булды, тип хәбәр итте ТВ. Тик беҙ ҡаланың үҙендә түгел, ә...

Эҫегә иҙрәп ятҡан июнь көндәре. Беҙ килгәндән бирле ямғыр булғаны юҡ. Май аҙаҡтарында – июнь баштарында ҡойған ғына, БЮТ егеттәре әйтеүенсә, еңел машина менән позицияға барып етерлек түгел, иҙелгән баҫыу юлдарынан нисек үтмәк кәрәк. Әле ҡояш ҡыҙҙыра, бар тәбиғәт иркен һулыш ала. Ҡоштар сирҡылдаша, һәр тереклектә ҡояш нуры уйнай. Шағир әйтмешләй, был тәбиғәт йәш балаһын ҡосҡан әсәләй, һөт еҫтәре бөркә йәшел үлән, бәпес еҫе килә сәскәнән, тип донъяны күҙәтеп, уйланып ултыра инем, йәмһеҙ итеп йәшел төҫкә буялған ҡеүәтле машина килеп туҡтаны. Алда ултырғаны ҡул менән генә иҙәне лә, арттарынан эйәрҙек. Горловка  ситенә килеп индек. Тельняшка кейгән рота командиры “Боцман” һәр беребеҙҙе ҡосаҡлап ихлас танышып сыға. Ул ҡеүәтле бер машина кеүек, үҙе бер үк ваҡытта тиктормаҫ та, икенсе яҡтан ҡараһаң, ергә ныҡ баҫып торғаны, үҙенә бик ышанғаны күҙгә салына. Ғәйрәтле икәне ҡарашында сағыла, тишеп ҡарап ала. Улар ваҡытлыса хужа булған йорт алдында йыйылып, план ҡороп алдыҡ. Был тирәлә һалдаттар күренмәне, күрәһең, улар позицияла.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас