Геройҙар дәүере
6 Сентябрь 2023, 10:30

Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр

Егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһенә утын ярып биргән.

Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәрҺалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр
Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр

Мәсетле районының Әбдрәхим ауылының егеттәре изге эшкә ҡушылған. Таһир Ғәйнетдинов, Байрас Ғәҙелшин һәм Вадим Йосопов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһенә утын ярып биргән.

"Шундай ауыр мәлдә ярҙам итҽүҙәре өсөн егеттәребеҙгә бик ҙур рәхмәт. Сәләмәт булһындар, уҡыуҙарында, тормоштарында уңыштар теләйем.

Афарин, егеттәр, һәр ваҡыт шулай ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Донъялар тынысланып, яугирҙәребеҙ ғаиләләрҽнә иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын. Яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек, сәләмәтлек теләйбеҙ. Ошондай егҽттәребеҙҙе тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләренә ҙур рәхмәт", - ти Ф.М. Ғәҙелшина. 

Сығанаҡ: https://vk.com/club20916055

Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр
Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр
Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр
Һалдат әсәһенә ярҙам иткәндәр
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас