

– Хәҙер рубеждарға табан хәрәкәтләнербеҙ. Махсус урындар, запас позициялар менән танышырһығыҙ. Бер нисә ротала булып, егеттәр менән күрешерһегеҙ. Бронниктарҙы кейәбеҙ, алда беҙҙе һәр урында хәүеф көтөп кенә торасаҡ, – командир шулай тине лә “аттарға” ултырып ҡуҙғалып та киттек. Мин, рөхсәт һорап, баяғы йәмһеҙ йәшел машинаға ултырҙым. Йәмһеҙ булһа ла, машина бик ҡеүәтле.
“Боцман”. Һуғыш ялҡыны уны беренсегә генә өтмәй. Беренсе чечен һуғышын күргән, Хәрби диңгеҙ флотының диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветераны. Эйе, тәжрибә бик ҙур, күпте күргән, күпте кисергән. Бында ул һалдаттарға командир ҙа, терәк тә, кәрәк икән, ағай ҙа, атай ҙа.
– Беҙҙең батальон бик “боевой”, ҡурҡыу белмәҫ. Рәсәйҙең яңы дүрт төбәгендә лә булдыҡ. Ҙур юғалтыуҙар ҙа кисерҙек, 300-сөләр ҙә күп. Бындағы егеттәр барыһы ла – ”мужиктар”, реально батырҙар. Шулай тип яҙығыҙ, ысынлап та, шулай. Һоҡланам, ғорурланам улар менән! Беҙ бер йыл инде бында, ял күргән юҡ. Ярты йыл алғы позицияла ғына булдыҡ, әле лә ундабыҙ, унан һуң әүҙем оборона, штурм... ялһыҙ-ниһеҙ ярты йыл – бик күп ул. Кеше бындай шарттарҙа аҡылынан да яҙырға мөмкин. Минең “малай”ҙар түҙә, түҙә генә түгел, ил, киләсәк өсөн үлә... Йөҙҙәренә, күңелдәренә йонсоу инһә лә, уларҙың рухтарын һындырып булмай, үҙегеҙ күрерһегеҙ...
Бындағы режимды һәм ауырлыҡтарҙы түҙгәндәр, сабыр йәндәр генә күтәрә алалыр шул. Илде һаҡлау оло хеҙмәт икәнен ана шулай аңлайһың инде. Егеттәрен маҡтап һөйләгәндә “Боцман”, юҡ, бер ҙә маҡтанып, дәртләнеп китеп һөйләмәй, киреһенсә, уйланып, һағышланып ҡына хәбәрен теҙә. Рациянан ниндәйҙер хәбәрҙәр ебәреп ала ла ҡаланың ауыл өйҙәре урынлашҡан урамдарына ҡарап килә.
– Горловкала әле тынысыраҡ. Шартламаған көнө юҡ ине бығаса.
– Беҙ килгәнгә тыныс ул, – тигән булам, киҫкен мөхитте йомшартыр өсөн.
– Шулайҙыр, – тип йылмайып ҡуя ул. – Йышыраҡ килегеҙ, улайһа.
Горловка ут йомғағын әҙ йотмаған, шартлауҙар йыш була. Аяуһыҙ ҡылана дошмандар. Ябай халыҡты ла йәлләмәйҙәр. Һуңғы ҡыңғырау көнөндә мәктәптәргә... Уларҙың бындай эштәре “яйға” һалынған, координаттарҙы беләләр. Уҡыусы балалар, тип уйламайҙар, мәктәптәргә тупты алыҫҡа атыусы орудиенан (дальнобойное орудие) ебәрәләр. Әгәр ҙә ракеталар осорһалар, ул саҡта фажиғәләр ҡот осмалы булыр ине. Мәктәпте тамамлаусылар шулай һуңғы ҡыңғырау сыңын тыңлап ҡыуаныр урынға йөрәкте ярыр “бах та бох” тауышына һиҫкәнеп, ҡурҡып ултырырға мәжбүр. Әшәкелек инде. Ҡала барыбер йәшәй, бар структуралар ҙа эшләй. Ҡайҙа китһен инде кешеләр, тыуған, торған ерең ошонда булғас. Шуға иғтибар иттем: кешеләр үҙ донъяһы менән йәшәй, яй ғына, уйсан ғына йөрөй. Яндарына барһаң, мөлдөрәп, һиҫкәнеп ҡараған төҫлө.
– Бер аҙна тирәһе тыныс әле. Шайморатовсылар эргәлә тора, ул да күңелгә рәхәтлек бирә. Әле позицияны алыштырҙыҡ, бер туҡтауһыҙ передовойҙа ғына булып булмай, ял да кәрәк.
Командир әйтеүенсә, хатта шайморатовсылар менән доставаловсылар футбол да уйнап өлгөргән. Ә алғы һыҙыҡ бынан 7 – 10 саҡрым ғына. Уларҙың үҙ-ара осрашыуы оло тантана: ысын мәғәнәһендә яугирҙәр яҡташтар, яуҙаштар ғына түгел, туғандар, бер-береһе өсөн тау булып баҫырҙай йәндәштәр ҙә. Әйтәм бит, һуғыштың үҙ тормошо, үҙ ағышы, үҙ шатлығы, үҙ һағышы. Тик бөгөн батальондар һалдаттарға ҡытлыҡ кисерә. Мәҫәлән, доставаловтарҙа 430 кеше урынына әле 260 яугир генә. Ә “Боцман” ротаһында 96 һалдат урынына 48 генә егет ҡорал тотоп алға ынтыла. Ярты рота... Пополнениелар булып тора. Минең алда ғына командир рация аша ошо мәсьәлә тураһында һөйләште. Әҙерәк тартҡылашып та алды, буғай. “Икәүҙе генә ебәрмәкселәр ине, өсәү килә”, – тип һөйөнөсөнән эргәһендәге водителе, ярҙамсыһы “Танкист”тың яурынынан һөйөп ала. Ғөмүмән, һуңынан һалдаттар араһында йөрөгәндә рота командирының һәр яугирҙе яҡындан белеүе, һәр береһен ҡосаҡлап, үҙ улы кеүек күреүе һоҡландырҙы. Һалдаттар ҙа уға һыйынып бара.
Үҙ улы тигәндән, ике ул үҫтерә “Боцман” хәләл ефете менән. Ҡатыны – филолог, башҡорт теле белгесе. Ул ире өсөн иң ҙур терәк тә, ирен аңлаусы, балаларын ҡараусы илаһи зат та, Хоҙайҙан ебәрелгән бүләк тә. “Боцман” өсөн был – иң мөһиме. “Тыл ныҡ булғанда ғына яугир көслө, рухлы, тимәк, ил дә – ышаныслы ҡулдарҙа”, – ана шулай тип әйтергә ярата. Өлкән улы батыр атаһынан өлгө алып бөгөн хәрби училищела белем ала. Ә бәләкәйенә – биш кенә йәш.
– Улыңдың бында килеүен теләр инеңме? – тип һорайым.