Геройҙар дәүере
9 Сентябрь 2023, 07:00

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Мөнир ҠУНАФИН ДАУАМЫ – Рәхмәт. Персик Башҡортостанға, Архангел районына барасаҡ. Балаларым ҡарап үҫтерер. Эйе, тыныс тормошта йәшәһен, бәхетле яҙмышлы булһын, – тип Азат көсөктө ергә төшөрҙө. Тегеһе һәр беребеҙҙең аяғына һыйынды, йылы эҙләне, балаҡтарға йәбешеп уйнарға теләне. Һәр кем уны һыйпап, яратып рәхәтләнде.

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...
Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

– Улыңдың бында килеүен теләр инеңме? – тип һорайым.

– Уның үҙенән тора. Приказ булһа, уның теләгенә бер кем дә ҡарап тормаясаҡ, ҡоралыңды алаһың да – алға! Атай булараҡ, кемдең улын һуғышҡа ебәргеһе килһен инде, тик мужик, илһөйәр булараҡ, ғорур рәүештә әйтәм, илде ир-азаматтар һаҡлай. Ил яҙмышы – ир ҡулында, шуны аңлап үҫергә тейеш улдарыбыҙ. Иң мөһиме, улым яу яланына әҙерлекле, аҡыллы, белемле офицер булып килһен. Ул саҡта үҙен дә, һалдаттарын да йәбер-яфаға һалмаясаҡ. Бөгөн Рәсәй армияһының бәләһе шунда: тейешле әҙерлекле командирҙар әҙ. Элекке һымаҡ түгел.

Бында ысын ирҙәр, ысын патриоттар ғына алыша. Берәү ҙә аҡсаға ҡарамай. Бензин, машинаға запас частарҙы, килгәнен көтөп тороп булмай, эш хаҡынан йыйышып алған саҡтар йыш була. Әйтәйек, хәрби машиналар алғы линияға инә, унда ҡала эшкә. Яралыларҙы сығарыу, боеприпастар алып барыу УАЗиктар менән башҡарыла. Бензин алабыҙ, боҙолһа – башҡаһын. Үҙебеҙҙең егеттәр ялан шарттарында төҙәтәләр ҙә тағы юлға. Оборона министрлығынан көтөп ултырһаң, кем әйтмешләй, таң атып көтөү киткән була... Беҙҙең гумконвой шәп, нимә һорайбыҙ – ваҡытында килеп тора. Тураһын әйтәм, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республиканан беҙгә ҡарата бик мөҡәддәс “поддержка” бар, башҡалар көнләшеп, һоҡланып ҡарай. Бар һорауҙар ҙа ваҡытында хәл ителә.

Ашау, туҡланыу мәсьәләһе юғары кимәлдә, тотҡарлыҡтар юҡ. Былтыр сентябрь-октябрь айҙарындағы буталсыҡ осорҙа Запорожьела ас ятҡан мәлдәр булды, ике банка тушенканы өс көнгә еткерергә тура килде. Унда һатып алыу мөмкинлеге лә, магазиндар ҙа юҡ ине. Урындағы халыҡ ауыҙынан өҙөп, үҙ баҡсаһында үҫкәндәре менән ярҙам итергә тырышты...

Һөйләшеүҙең мотлаҡ ошо мәлендә иҫ киткес илаһи күренешкә тап булдыҡ. Урам ситендә шаярышып йөрөгән биш-алты йәшлек ике малай беҙҙең яй ғына барған машинаны күреп ҡалды ла, тура баҫып, командирға ҡарап честь бирҙе. “Боцман” асыҡ тәҙрәнән тегеләргә күҙ ҡыҫып яуап итеп ҡулын маңлайына терәне. Ә “Танкист” сигнал биреп ебәргәйне, эй тегеләр һикерешеп-һикерешеп беҙҙең арттан йүгерергә кереште. Бер аҙ барғас, еңелсә күтәрелгән саң араһында туҡтап ҡул болғап ҡалдылар. Эй малай саҡ, тиҙерәк үҫеп һалдат булғы килгән саҡ. Тура баҫып, ҡулдарын төҙ тотоп, саңлы баштарына терәүҙәрен әйт – өйрәнеп бөткәндәр. Генерал да булырҙар әле. Йоҡоларын шартлауҙар өҙөп йонсотһа ла, ҡалай күңелдәре шат, шәп йүгерәләр. Ә көнсығышта илдәш тиңдәштәре дингеҙ буйында ҡыҙына, йылғала һыу төшә, туңдырма ялай...

– Ҡайҙа барһаҡ та, урындағы кешеләр беҙҙе күтәремләп ала. Халыҡтың 80-90 проценты һәйбәт ҡарашта. Запорожьеға килеп ингәс, кешеләр, күпме көттөк, ниһайәт, тип, рәхмәт әйтеп, тубыҡланырға, суҡынырға тотондо. Үҙҙәренең ашарҙарына юҡ, кемдер ҡулына бер-ике йомортҡа, кемдер ике киҫәк икмәк тотҡан булған, беҙгә күстәнәскә... Бик тетрәндергес, илаһи күренеш инде.

Республикабыҙ етәкселеге һәр йәһәттән дә алдынғы, Башҡортостан орден-миҙалдары, исемле бүләктәре менән яҡташтарыбыҙҙың дәрт-дарманын күтәреп тора. Шулай ҙа баш ҡалабыҙ Мәскәүҙән дә лайыҡлы баһа килһә, бының һалдаттарға көслө мотивация икәнен аңлатаһы ла түгел. Һүҙ ҙә юҡ, улар ялтырауыҡ миҙалдар өсөн ут эсенә инеп тә бармайҙыр, ләкин иле өсөн ҡанын түккән ир-азамат дан-шөһрәтле булырға тейеш. Дан ҡаяһына ул шыуышып түгел, ҡурҡмаҫ бөркөт кеүек атылып, сая ыласын булып талпынып, осоп менә. 

“Яуға ғына барып, яуҙы еңгәс,

Ир-егеткәй менән ат ҡайта.

Ир-егеткәй менән ат ҡайтмаһа,

Мәңге һүнмәй торған дан ҡайта”, – тип юҡҡа ғына йырланмай бит “Азамат”та.

– Характерҙы бында еңел генә һындырып була. Тәүге һөжүмдә ҡурҡып, юғалып ҡалды икән, һуңынан оҙаҡ аяҡҡа баҫа алмай этләнәләр. Бигерәк тә “маменькин сыночектар”. Шуға улдарҙы ҡыйыу, спортсы итеп, батырҙар тураһында китаптар уҡытып, патриотик рухтағы фильмдар ҡаратып үҫтерергә кәрәк. Һалдат аҙаҡ бер нығынһа, ул имәнгә, ҡоросҡа әйләнә, бөгөлмәй ҙә, һынмай ҙа, хатта янмай ҙа. Ысын ирҙәр үлемдән ҡурҡмай, улар әсиргә төшөүҙән һаҡлана. Шуға, кәрәк икән, бер патрон һәр саҡ, – “Боцман” түшенә ҡағылып ала, – янда. Армия беҙҙең көслө ул. Техника, БМП-3, ҡорамалдар бик шәп. Барыһы ла заманса, компьютерлаштырылған. Тейешле кимәлдәге әҙерлекле белгестәр кәрәк тә һәм, ҡабатлайым, аҡыллы, ҡурҡмаҫ офицерҙар утҡа алып инергә тейеш...

Ҡыҙыл кирбесле емерелергә торған йорт янында туҡтайбыҙ. 

– Азат Шамил улы бында, кисә төн уртаһында алғы һыҙыҡтан сығып, ошонда туҡталды, – тигәс, аптырап киттем. Ҡапҡанан инеүебеҙ булды, ташландыҡ ҡына йорттан егеттәр килеп сыҡты. Араларында, ысынлап та, Бадранов та бар. Дошмандар аңғарып ҡалмаһын өсөн, ошо ҡотһоҙ өйҙө һайлағандарҙыр инде. Ана нисек, яу яланында вице-премьермы һин, ябай һалдатмы – ҡайҙа ла йоҡо талымһыҙ, баш терәр урын булһа, еткән. Бадранов барыбыҙ менән ҡосаҡлашып күреште.

Ул арала ҡапыл эт көсөгө хасил булды, егеттәр араһында уныһы ауа-түнә йөрөргә кереште. “Ун өсөнсө” уны йығып һалып, эсен наҙлап ҡытыҡлаһа, теге ырылдап, уның бармаҡтарын тешләп-тешләп алды.

– Ҡайһылай уҫал үҙе, – тип ҡуйҙы Азат, шунан күтәреп ҡуйынына алды.

Көсөктөң яҙмышы ябай түгел икән. Ул ҡаты һуғыш барған мәлдә, йәғни ут аҫтында тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе үлгән. Доставалов исемендәге батальон яугирҙәре, был тере йомғаҡты осраҡлы рәүештә табып, үҙҙәренә алған. Унда йәшәп, бына ул бер сама нығынған, аяҡҡа баҫҡан. Тешләшеп тә маташа. “Боцман” ихлас йылмайҙы:

– Күреүемсә, һеҙгә оҡшаны шикелле, командир, – тип ул Бадрановҡа өндәште. – Шундай яғымлы йәнлекте, дуҫыбыҙ Азат, һиңә бүләк итергә теләйбеҙ. Исеме Персик. Һуңғы мәлдә ул беҙҙе йылытты, күңелде күтәрҙе. Ана ҙур эт кеүек ырылдай ҙа башланы. Хоҙай уға хәҙер иң яҡшы яҙмыш бүләк итһен инде, – тине.

– Рәхмәт. Персик Башҡортостанға, Архангел районына барасаҡ. Балаларым ҡарап үҫтерер. Эйе, тыныс тормошта йәшәһен, бәхетле яҙмышлы булһын, – тип Азат көсөктө ергә төшөрҙө. Тегеһе һәр беребеҙҙең аяғына һыйынды, йылы эҙләне, балаҡтарға йәбешеп уйнарға теләне. Һәр кем уны һыйпап, яратып рәхәтләнде.

Беҙҙе алда эштәр көтә, шуға ҡабаланып ҡуҙғалабыҙ. Персик ҡапҡаға тиклем ауа-түнә беҙҙең арттан эйәреп килде лә бер аҙ ҡарап торғас, “Ун өсөнсө” һыҙғырып үҙенә саҡырыуы булды, яңы хужаһы яғына ыңғайланы. Ауа-түнә, ауа-түнә бәхетле яҙмышына “тәгәрәне” тере йомғаҡ.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас