Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Рида Фәхрисламова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ауыр яңылыҡ менән уртаҡлашты: уның бер туған ҡустыһы Ринат Фәхрисламов махсус хәрби операция барышында һәләк булған.
“Һин һәр ваҡыт беҙҙең менән буласаҡһың, туғаным, яратҡаныбыҙ... Һин – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, ҡояш, ел, ҡар, ямғыр, аяҙ күк, йондоҙ...”, - тип яҙҙы актриса.
Ринат – Асҡын районының Билгеш ауылы егете. Туғандары һәм яҡташтары уны ысын патриот, бына тигән ул, туған йәнле кеше, ғаилә башлығы, яратҡан атай, тоғро дуҫ һәм иптәш тип билдәләй.
Ринат тураһында “Башҡортостан” гәзитенең сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмөндә быйыл февралдә яҙғайныҡ.
“Риданың бер туғандары Радик менән Ринат былтыр йәй көнө үк Шайморатов батальонына үҙ теләге менән яҙылып, махсус хәрби операцияға юллана.
- Беҙҙе, биш баланы, әсәйебеҙ яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, атайыбыҙ йәшләй генә вафат булды. Өс ул, ике ҡыҙ үҫтек. Әсәйем улдарына ысын ир-егет тәрбиәһе бирә алғандыр тип уйлайым, сөнки улар – бына тигән ғаилә башлыҡтары, балаларына өлгөлө атайҙар. Әлеге хәлдәр башланғас, ағайым менән ҡустым, ике уйлап тормай, ил һағына баҫасаҡтарын белдерҙе, - тип һөйләне Рида.
Радик та, Ринат та – хәрби сынығыу үткән яугирҙәр. Өлкәне Ҡарабахтағы хәрби бәрелештәрҙә булған, кесеһе - Чечня ерендәге һуғышта ҡатнашҡан офицер.
Ғинуар айында Радикты тыуған яғына ҡайтарғандар, ә Ринат ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып киткән. Әйткәндәй, Радиктың улы Айнур ҙа мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша”, - тигән юлдар бар ине мәҡәләлә.
Быйыл август айында батыр яугир, ҡыйыу офицер Ринат Фәхрисламовҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов миҙалын тапшырғайны.
Актриса уртаҡлашҡан фотоларға тыныс ҡына ҡарап булмай: шундай нурлы йөҙлө, ихласлығы ҡарашында сағылған ир-егет ҡарай уларҙан. Тыныс йоҡла, башҡорт батыры!
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәхрисламованың, уның һөйөклө әсәһенең һәм барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ һеҙгә!
Фотолар: Р. Фәхрисламованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/ridafahrislamova)