Геройҙар дәүере
14 Сентябрь 2023, 03:00

"Өкө" ялға ҡайтҡан

Махсус хәрби операция башланғандан алып ул алғы һыҙыҡта.

"Өкө" ялға ҡайтҡан"Өкө" ялға ҡайтҡан
"Өкө" ялға ҡайтҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ике аҙналыҡ ялға ҡайтарыла. Ошо көндәрҙә Сибай ҡала хакимиәтендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Өкө" позывнойлы яугирҙең ғаиләһе менән осрашыу үтте.  Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев  үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

“Был көндәрҙә "Өкө" позывнойлы яугир  ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Уны ғаиләһе менән осрашыуға саҡырҙым.

Был - яҡташыбыҙҙың икенсе отпускыһы. Ул беренсе мобилизацияланған кешеләр иҫәбендә махсус операция үткәреү зонаһына юлланған. Был ваҡыт эсендә тәжрибә туплаған, хәлде яҡшы белә, унда ышаныслы иптәштәр тапҡан.

"Өкө" беҙҙең менән үҙенең хәрби хеҙмәттәге көндәренең төрлө мәлдәре, осраҡтары менән бүлеште.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гуманитар ярҙам алып барғанда уның менән осрашырға тура килмәне. Әммә киләсәктә бәйләнеш тоторға планлаштырабыҙ. Тиҙҙән беҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам алып барасаҡбыҙ.

Яҡташтарым менән ғорурланам! Улар менән осрашҡандан һуң еңеүгә ышанысы тағы ла нығый бара.

Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

"Өкө" ялға ҡайтҡан
"Өкө" ялға ҡайтҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас