Геройҙар дәүере
18 Сентябрь 2023, 05:15

Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты

"Беҙ, ауырғазылар, тағы ла ҙур, берҙәм командаға тупланып, хәрбиҙәребеҙҙән килгән үтенестәрҙе үтәнек".

Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙаттыАуырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты

Ауырғазы районы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына әленән-әле ярҙам ебәреп тора. Ошо көндәрҙә тағы бер гуманитар ылау юлға сыҡҡан. Был хаҡта оло ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән райондың Ирекмәндәр штабы хәбәр итте.
Яугирҙәргә ярҙамға авто һәм мототехника, бензин бысҡылары, бензин генераторҙары, рациялар, маскировка селтәрҙәре, термокейем, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, гигиена һәм көнкүреш әйберҙәре, эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары, машинаға тәгәрмәстәр, запас частәр, шәхси һәм дөйөм итеп әҙерләнгән посылкалар һәм һалдаттарҙың һорауы буйынса тағы башҡа кәрәкле нәмәләр оҙатылған. Юл – Сватово-Кременная - Донецк тарафтарына. Донецк балаларына ярҙам да ойошторолған – кескәйҙәргә кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тупланған.
"Беҙ, ауырғазылар, тағы ла ҙур, берҙәм командаға тупланып, хәрбиҙәребеҙҙән килгән үтенестәрҙе үтәнек. Фронтҡа ярҙам итергә тигән саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, инде нисәнсегә әүҙем ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Сираттағы гуманитар ылауҙы тупларға булышлыҡ иткән һәммәгеҙгә лә оло рәхмәт, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, хөрмәтле яҡташтар, беҙҙең именлекте, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар хаҡына ҡулдан килгәнде лә, килмәгәнен дә эшләргә әҙербеҙ!
Гуманитар ылау менән юлға сыҡҡан яҡташтарыбыҙға имен юлдар теләйбеҙ!" - тип яҙҙы Ауырғазының ирекмәндәр ойошмаһы социаль селтәрҙә.
Беҙ ҙә изге теләктәргә ҡушылабыҙ. Яҡындарының, яҡташтарының күңел йылыһы, хәстәрлеге яугирҙәребеҙгә алдарында торған хәрби бурысты үтәүҙе еңелләштерһен, барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!

Фотолар: райондың Ирекмәндәр штабынан - vk.com/club218741044

Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Ауырғазылар яугирҙәргә ярҙам оҙатты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас