Ауыл халҡы махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәргә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә.
Стәрлетамаҡ районының Загородный ауылынан Гөлнур һәм Радик Мөстәҡимовтар яугирҙәр өсөн хәрби форма, толстовка, балаклава, снуд, плащ-палатка, йылы эске кейем һәм башҡа күп нәмәләр тегә.
Гөлнур Кәшфелислам ҡыҙы – профессиональ тегенсе. Социаль селтәрҙәр аша "Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ. Башҡортостан" ("Шьем для наших. Башкортостан") ирекмәндәр төркөмө ойошторолоуы хаҡында белгәс, Мөстәҡимовтар шунда уҡ хәрәкәткә ҡушылырға ҡарар итә. Һәм мобилизацияланған яҡташтары өсөн бушлай кейем тегә башлайҙар.
Ир менән ҡатын үҙ өйҙәрендә эшләй, бының өсөн бүлмәләрҙең береһен яраҡлаштырғандар. Туҡыма, фурнитура, еп менән ярҙам итеүсе кешеләр ҙә бар.
Радик Миңләхмәт улы һәм Гөлнур Кәшфелислам ҡыҙы үҙ ҡулдары менән теккән кейемдәр яугирҙәргә тыуған йорт йылыһын һәм рухын бирер тип ышана.
Был күптәргә өлгө булырлыҡ илһөйәр ғаилә хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Евгений Волков хәбәр итте.
Сығанаҡ: https://vk.com/volkov.evgeny