

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәсетле егеттәре лә Ватанды һаҡлауҙа илһөйәрлек, ныҡышмаллыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттарын күрһәтә.
Яңы Мишәр ауылы биләмәһенән “Тәртип” позывнойлы хәрби менән яҡташтары хаҡлы рәүештә ғорурлана. Яугир ил именлеген һаҡлауға ҙур өлөш индергәне, юғары хәрби әҙерлектәге уңыштары өсөн “Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн” миҙалы менән наградланды.
Мәсетлеләр яҡташтарын оло награда менән ихлас күңелдән ҡотлап, уға иҫәнлек, уңыштар һәм еңеү менән тыуған яҡҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Фото:”Мечетлинская жизнь”.