Геройҙар дәүере
21 Сентябрь 2023, 09:00

"Яугирҙәр өшөмәһен!"

Шулай ти мейесте эшләгән Сибай эшселәре. 

"Яугирҙәр өшөмәһен!""Яугирҙәр өшөмәһен!"
"Яугирҙәр өшөмәһен!"

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән - ҡала һәм райондарҙан махсус хәрби операция барған биләмәгә әленән-әле гуманитар ылауҙар оҙатыла. Ошо көндәрҙә "Башавтотранс"тың филиалы - Сибай автотранспорт предприятиеһы хеҙмәтсәндәре хәрбиҙәр өсөн биш мейес-буржуйка эшләгән. Улар октябрь айында сираттағы гуманитар йөк менән оҙатыласаҡ. 

Көндәр һалҡыная, шуға күрә йылыныу, аш-һыу яраштырыу өсөн бындай мейестәр яугирҙәргә бик кәрәк. Был предприятие хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам күрһәтеп килә. Күптән түгел ҡатын-ҡыҙҙар эштән һуң ҡалып, маскировкалау селтәрҙәре эшләп ебәргән ине. Шулай уҡ берҙәм рәүештә аҡса йыйып, бензогенератор ҙа һатып алғандар.

Сибай эшсәндәренә "Афарин!" тибеҙ. 

Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий" гәзите (vk.com/public53797991). 

"Яугирҙәр өшөмәһен!"
"Яугирҙәр өшөмәһен!"
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас