

Социаль селтәрҙә һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы был ханымға ҡарата бары һоҡланыу һүҙҙәре әйтелгән.”Айгөл Рафаэль ҡыҙы! Аҡыллыбыҙ беҙҙең! Мин уны ҙур йөрәкле һәм киң күңелле кеше булғаны өсөн яратам”, –тип яҙа Елена. “ Айгөл Рафаэль ҡыҙы үҙ урынында. Ошо һөймәлекле ҡатындың хәстәре арҡаһында махсус хәрби операциянан төрлө яралар менән ҡайтҡан егеттәребеҙ ярҙам ала. Һеҙ эшкә нисек күңел һалып, ниндәй мөнәсәбәт менән эшләү, кешеләрҙе нисек яратырға һәм ярҙам итергә кәрәклеген күрһәтеү өлгөһө! Һеҙгә сабырлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ!”– тип һоҡлана тағы бер яҡташы.
Айгөл Ғайсина Иглин районында “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалында социаль координатор булып эшләй. Уны хәрбиҙәрҙең ғаиләләрендә көтөп алалар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Валерий Яппаров яңыраҡ ҡаты яраланып өйөнә ҡайтҡан. Уны алда етди дауа һәм оҙайлы реабилитация көтә. Айгөл Ғайсина уға инвалидлыҡ юлларға һәм ветеран танытмаһы алырға ярҙам иткән, ике малайҙы балалар баҡсаһына урынлаштырған, участкала төҙөлөш өсөн эшселәр тапҡан. Валерий үҙе юрист булырға теләй. Уның әйтеүенсә, был хаҡта мәктәптә уҡығанда уҡ хыялланған.Әлегә егет ғаиләһенә иғтибар бүлә.
Хәрбиҙәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм белем биреү мәсьәләләре лә фонд координаторҙары контролендә. Улар бурыстарын намыҫ менән башҡарырға тырыша. "Бары ихласлыҡ һәм миһырбанлыҡ менән генә кешеләрҙең ышанысын яуларға мөмкин",тип иҫәпләй Айгөл Ғайсина.
Фото:VK.com