

Сибай ҡалаһынан Илдар исемле педагог-ойоштороусы – мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған яугир. Ул хәрби хеҙмәткә алынғансы ҡаланың “Тиҫтер” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһендә эшләй. Әйткәндәй, Илдарҙың махсус хәрби операциялағы позывнойы ла – “Уҡытыусы”.
Ошо көндәрҙә Сибайҙың ҡыйыу яугире Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир повестка алғандан һуң, һис икеләнмәйенсә, МХО зонаһына барырға ҡарар иткән. “Илдар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Тыуған илен яҡларға ҡарар итте”, — ти улар.
“Уҡытыусы”ға имен-һау тыуған ҡалаһына, яҡындары янына әйләнеп ҡайтыуын һәм яратҡан эшен дауам итеүен теләйбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/bashkortostanim