Геройҙар дәүере
22 Сентябрь 2023, 18:00

Ялға ҡайтҡан яугирҙәр йәнә юлға сыҡты

Бөгөн иртән “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда республикабыҙ йөҙ ярым яугирҙе махсус хәрби операция зонаһына оҙатты.

Ялға ҡайтҡан яугирҙәр йәнә юлға сыҡтыЯлға ҡайтҡан яугирҙәр йәнә юлға сыҡты
Ялға ҡайтҡан яугирҙәр йәнә юлға сыҡты

Бөгөн иртән “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда республикабыҙ ялға ҡайтҡан йөҙ ярым яугирҙе махсус хәрби операция зонаһына оҙатты.

Сафҡа баҫыу иғлан ителә, яугирҙәр тигеҙ аҙымдар менән  “Өфө-Арена” бинаһына инә, унда, йолаға ярашлы, тантаналы телмәрҙәр һәм йылы теләктәр яңғырай. “Тәүгеләр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте вәкилдәре һалдаттараға балалар яҙған хаттарҙы тапшырҙы. Хәрбиҙәр үҙҙәре әйтеүенсә, өйҙән килгән хаттар һәр саҡ күңелде йылыта, айырыуса – балалар яҙғандары.

“Кемде оҙатаһығыҙ?” – тип һорайым ҡулында бәләкәс баланы күтәргән ҡатындан.

“Ейәнемде, – ти ул. – Оҙатырға бөтә ҙур ғаиләбеҙ менән килдек. Уның өсөн борсолабыҙ, тулҡынланабыҙ. Бик йәш әле ул. Былтыр ғына армиянан ҡайтҡайны. Ике ай ғына булды Өфөлә, шунан һуң өлөшләтә мобилизация башланды. Армияға хәтлем ейәнебеҙ колледжды тамамлап өлгөргәйне”.

“Ә ҡулығыҙҙа кем?”

“Ейәнемдең иң бәләкәс һеңлеһе. Аралары 20 йәш. Ейәнебеҙ уны ныҡ ярата. Яуҙа булғанда ла һәр саҡ уның тураһында һорашып шылтыратты”.

Сафта торғандан һуң яугирҙәргә туған-тыумасаһы менән хушлашырға ун минут бирелде. “Машиналарға!” командаһы яңғырай. Һалдаттар автобустарға ултырҙы һәм бер нисә минуттан улар ҡуҙғалып та китте.

Фото: “Молодежная газета”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас