Геройҙар дәүере
25 Сентябрь 2023, 17:00

Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын

Баймаҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙән туҡтамай.

Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһынҮҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын
Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын

Көҙгө уңыштың мул сағында Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙәр өсөн банкаларҙа борщ эшләп, йәшниктәргә тултырҙылар. Йәшелсәләрҙе мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар алып килгән. Ярҙамда ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашҡан. Күп уҡыусылар әсәләре әҙерләгән салаттарҙы алып килгән, уларҙың һаны ғына 150-нән ашҡан.

 -Беҙ әҙерләгән, тиҙ бешә торған борщ һәм салаттар аша яугирҙәребеҙ тыуған йорт йылыһын тойһон, ризыҡтарына яҙһын, барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтһын тип теләнек, - ти уҡытыусы Венера Ҡасҡынова.

Баймаҡ уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының изге ризыҡтары яугирҙәрҙең ризығына яҙһын, тип теләйһе генә ҡала. Афарин, "бишенселәр"!

Фото: Венера Ҡасҡынованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын
Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын
Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын
Үҙебеҙҙекеләрҙең ризыҡтарына яҙһын
Автор:Карима Усманова
Читайте нас