Геройҙар дәүере
27 Сентябрь 2023, 16:00

Инәй аҡсаһын саҡ мутлашыусыларға күсермәй ҡала

Иғтибарлы банк хеҙмәткәре быға юл ҡуймай.

Инәй аҡсаһын саҡ мутлашыусыларға күсермәй ҡалаИнәй аҡсаһын саҡ мутлашыусыларға күсермәй ҡала
Инәй аҡсаһын саҡ мутлашыусыларға күсермәй ҡала

Бөгөн Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко “Уралсиб” банкы офистарының береһенә уның хеҙмәткәре Лилиә Ямалтдиноваға рәхмәт белдерергә килгән. Уның уяулығы арҡаһында инәй үҙенең аҡсаһын һаҡлап ҡала.  

Өфөлә йәшәүсе 87 йәшлек инәйгә банктың ялған хеҙмәткәренән шылтыратыу килә, ул иһә аҡсаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн булған 800 мең һумын “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә.

Мутлашыусының һүҙҙәренә пенсионер инәй ышана һәм шылтыратыусының талаптарын үтәү өсөн банк бүлексәһенә юллана. Кредит учреждениеһында иғтибарлы хеҙмәткәр Лилиә Ямалтдинова клиенттың сәйер ҡылығына иғтибар итә. Әңгәмә барышында  инәй үҙенең аҡсаһын мутлашыусыларға күсерергә ниәтләүен аңлай.

Шулай итеп алдаҡҡа юл ҡуйылмай. Полицейскийҙар ғариза ҡабул итеп ала һәм был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Эске эштәр министрлығы йәки башҡа хоҡуҡ һаҡлау, банк йәки дәүләт учреждениелары  хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да граждандарға шылтыратмай, аҡса күсереүҙе лә талап итмәй. Шылтыратыусы үҙен кем генә тип таныштырһа ла, трубканы һалығыҙ, таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәгеҙ. Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн уяу булығыҙ!

Сығанаҡ: Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас