+21 °С
Болотло


Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға республика халҡы бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Йылы кейемдәр, төрлө ризыҡтар, кәрәк-яраҡтар янына "тәгәрмәсле" мунсалар, йылытыу мейестәре һәм хатта һуғыш өсөн махсус яраҡлаштырып эшләнелгән автомобилдәр ҙә оҙатыла.
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районынан йәнә ике "УАЗ"ик яугирҙәргә ебәрелеү өсөн тулыһынса ремонтланған. Улар яҡын арала Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына тапшырыласаҡ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.