

Николай Ефимов Бөйөк Ватан һуғышын тәүге көндән башлап үткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Стәрлетамаҡта ни бары 12 һуғыш ветераны ҡалған. Оло йәштәгеләр көнөндә үҙен ҡотларға килгән хәбәрселәрҙе, ветерандарҙың ҡала советы рәйесе Т.Ғәбитовты, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы А.Бикмәтованы хеҙмәт һәм һуғыш ветераны яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды. Николай Михайлович “Стерлитамакский рабочий” гәзитенә ярты йыллыҡҡа яҙылыуға квитанция алыуына ла, бүләктәргә лә, яҡшы мөнәсәбәт һәм иғтибарға ла ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Ҡыҫҡа ғына осрашыуҙа быуындар күсәгилешлеге күҙгә салынды. “Ватан” хәрби-патриотик берекмә тәрбиәләнеүселәре Валентин Васильев һәм Сергей Жамков ветеран менән дуҫтарса аралашты. Егеттәрҙең икеһе лә спорт менән шөғөлләнә һәм армия хеҙмәтенә әҙерләнә.
Ҡалала Николай Михайловичты белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Уның хәрби һәм тыныс хеҙмәттәге биографияһы – яңы быуын өсөн өлгө. Һуғыш тамамланғандан һуң ветеран уҡытыусы булып эшләгән.Ҡатыны менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең иҫәбен дә теүәл генә әйткән кеше булманы. Тәлғәт Абдулғәни улы Ғәбитов ветерандың ҡыҙы Ольга Николаевнаға атаһын яҡшы тәрбиәләгәне, ихтирамы өсөн маҡтау һүҙҙәрен белдерҙе. Ә ветеран ҡала хакимиәтенә фатирына яҡшы ремонт эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте.
Яугир, бөтә ил халҡы кеүек, беҙҙең алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәр өсөн борсола, нисек кенә ауыр булмаһын, еңеүҙең беҙҙең яҡта булыуына ышана.
Эльвира Рәхимова фотолары.