

Дыуан районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеүҙән туҡтамай. Ай һайын улар зонаға гуманитар ылау әҙерләп оҙата. Яңыраҡ Мәсәғүт ауылының үҙәк майҙанынан 18-се ылау оло юлға ҡуҙғалды. Фураларҙы оҙатырға, водителдәргә хәйерле юл теләргә район хакимиәте, ойошмалар, ауыл Советтары вәкилдәре, яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары килде.
Алғы һыҙыҡҡа тәү сиратта хәрбиҙәр үҙҙәре һораған әйберҙәр – “буржуйка” мейестәре, төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре, дарыуҙар, ҡайын миндектәре, адреслы посылкалар әҙерләнде. Ағас төҙөлөш материалдары тейәлгән фура ”Барс 5” подразделениеһына алып барып еткереләсәк, йөктө “Крона” йәмғиәте туплаған. “Шевроле Нива”ны хеҙмәттәше өсөн район хакимиәте әҙерләгән. “УАЗ” автомобиле райондың эре компанияһы тарафынан һатып алынған, сик һаҡсылары ғәскәрҙәре ветерандары уны “Дизель” позывнойлы яҡташтарына оҙата. Был яугир Дыуандың 34 егете хеҙмәт иткән “Башҡортостан” полкының инженер хеҙмәтенә етәкселек итә. Балаҡатай хәрби хәрәкәт ветерандары ла изге эшкә ҡушылып, үҙҙәренең яҡташы өсөн “УАЗ Патриот” автомобилен ебәрҙе, тип хәбәр итә “Дуванский вестник”.
Гуманитар ылауҙы туплауға ҙур өлөш индергән район эшҡыуарҙары Сергей Ившин, Илдус Хужин, Масис Варданян, Илһам Абдулғаянов һәм Дмитрий Лысовҡа, ил яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә ҙур рәхмәт.
Гүзәлиә Миндиярова фотоһы.