Геройҙар дәүере
9 Октябрь 2023, 09:30

Беренсе һанлы миҙал - Азат Бадрановҡа

Ул Радий Хәбировҡа махсус хәрби операция биләмәһенән сувенир алып ҡайтҡан. 

Беренсе һанлы миҙал - Азат БадрановҡаБеренсе һанлы миҙал - Азат Бадрановҡа
Беренсе һанлы миҙал - Азат Бадрановҡа

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәтебеҙ Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа хеҙмәт һәм хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Сара Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында үтте.

– Азат Шамил улына был миҙалдың 1-се һанлыһы тапшырыла, мин махсус рәүештә уның өсөн ҡалдырып торғайным, – тине Радий Фәрит улы. – Ул бер йыл самаһы элек доброволец булып Шайморатов исемендәге батальонға яҙылғайны. Унда бик етди бурыстар башҡара, бөтә мобилизацияланған егеттәр һәм батальондарыбыҙ менән бәйләнештә.

Азат Бадранов Башлыҡҡа рәхмәт әйтте.

– Наградағыҙ, хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Йыл дауамында һеҙҙең менән бәйләнештә булдыҡ, һәр саҡ ярҙамығыҙҙы тоябыҙ, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Хәрбиҙәребеҙ республика күрһәткән ҙур ярҙам өсөн рәхмәт әйтергә ҡушты, – тине ул.

Шулай уҡ ул Радий Фәрит улына махсус хәрби операция биләмәһенән килтерелгән сувенир тапшырҙы. Скульптураның исеме “Һуғыштан - тыныслыҡҡа” тип атала, ул барлыҡ Донбасс халҡының аһ-зарын һәм өмөтөн сағылдыра. Азат Шамил улы әйтеүенсә, ундағы барлыҡ элементтар ҙа ысын, автомат иһә трофей. Авторы – Донецк оҫтаһы Виктор Михалев. Әйткәндәй, оҙаҡламай Өфөлә уның күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

– Барлыҡ идара итеү командаһына, шәхсән Һеҙгә, Радий Фәрит улы, хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт. Беҙ – махсус хәрби операция биләмәһендә барлыҡ муниципалитет башлыҡтары ла булған берҙән-бер төбәк. Башҡа төбәктәр беҙҙән тәжрибә ала, ярҙам сараларын өйрәнә, – тине ул. – Мин бик ғорурмын, беҙҙең республика ысынлап та бик текә. Көндәлек тормошта был бик күренмәһә лә, беҙ тегендә сағыштырабыҙ һәм барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрәбеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт.

Фото: "Башинформ". 

 

Беренсе һанлы миҙал - Азат Бадрановҡа
Беренсе һанлы миҙал - Азат Бадрановҡа
Беренсе һанлы миҙал - Азат Бадрановҡа
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас