Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында “Ата-бабалар хәтеренә лайыҡлы буласаҡбыҙ” тип аталған тарихи фестиваль үтте. Сараны Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ойошторҙо.
Фестиваль иртә менән Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Аҙаҡ барыһы ла ӨФТУ-ла йыйылды.
Холда студенттар өсөн “Героик Донбасс” тип аталған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күргәҙмә ойошторолған ине. Уны Донбасстан килтергәндәр һәм тарихи экспонаттарҙы Республиканың Дан музейына бүләк иттеләр. Экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы экспонаттар ҙа, бөгөнгө махсус хәрби операцияға ҡағылышлылары ла бар. Ошонда уҡ Башҡортостандан сыҡҡан Рәсәй Геройҙары тураһында бай мәғлүмәт табып булды.
Сара һис шикһеҙ йәш быуынға, уларҙа тарихи хәтерҙе нығытыуға арналды.
– Эҙәрмәндәр һәм тарихсыларҙың йәнле хикәйәләре, күргәҙмәләр һәм театрлаштырылған тамашалар йәштәргә тарихи хәтерҙең ни тиклем мөһим һәм кәрәк икәнлеген аңлау мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме, йәштәр тарихи хәтерҙе электән ҡалған мираҫ тип ҡабул итергә түгел, ә үҙҙәре лә уны булдырыусылар икәнлеген аңларға тейеш, – тине университеттың Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов.
Тарихи хәтерҙең мөһимлеге тураһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ла һөйләне. Министрлыҡ был эш менән туранан-тура шөғөлләнә. Спикер бында музей-тарихи эшмәкәрлектең әһәмиәтенә баҫым яһаны.
– Беҙҙең төбәк – үҙенсәлекле, бында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы асылды. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, Республика Хәрби Дан музейында 15 меңдән ашыу экспонат бар. Мәҫәлән, беҙ Башҡортостанда булдырылған бөтә подразделениеларҙың хәрби байраҡтарын яңынан тергеҙҙек. Ғөмүмән, Рәсәйҙә иң ҙур мәҙәниәт учреждениелары селтәре беҙҙә, муниципалитеттарҙа ғына 94 музей иҫәпләнә, беҙҙең хәрби-тарихи реконструкторҙары бөтә континентҡа өрләп үтә, – тип мөрәжәғәт итте студенттарға Наталья Лапшина.
“Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов фестивалдә ҡатнашыусыларға, республика илдә беренселәрҙән булып, 2013 йылда хәрәкәткә ҡушылды тине. Әммә йәмғиәттең патриотик эшмәкәрлеге Еңеү көнөндә колонналарҙа күмәкләп үтеү менән генә сикләнмәй. Йылына “Үлемһеҙ полк” ойошмаһы кәмендә ике тиҫтә самаһы акцияны бойомға ашыра. Улар башлыса балаларға һәм йәштәргә аранала.
Фестивалдә Луганск Халыҡ Республикаһының Алчевск ҡалаһынан килгән Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Флүр Ҡарасурин да ҡатнашты. Ул йәштәргә Донбасстағы хәлдәр һәм ошо шарттарҙа эҙәрмәндәр эшмәкәрлеге нисек барыуы тураһында бәйән итте.
Фестиваль көн дауаманда барасаҡ. Пленар ултырыштан тыш ҡатнашыусылар секцияларҙа эшләне, йәштәр ҡыҙыҡлы ижади номерҙар әҙерләгән ине.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.