Геройҙар дәүере
19 Октябрь 2023, 07:00

Изге сәфәр күңелдәрен имләһен...

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары Баймаҡ районының Манһар ауылына - Мөжәүир хәҙрәт еренә юлланды. 

Изге сәфәр күңелдәрен имләһен...Изге сәфәр күңелдәрен имләһен...
Изге сәфәр күңелдәрен имләһен...

Хәйбулла район хакимиәте ярҙамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн булдырылған  махсус тур өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быға тиклем яугирҙәрҙең әсәләре ике тапҡыр Бөрйән районында урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһендә булып ҡайтһа, был юлы тур маршрутына бөйөк дин әһеле, әүлиә Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә зыярат ҡылыу планлаштырылған ине. Билдәле булыуынса, был изге ерҙән халыҡ ағымы өҙөлмәй. Мөжәүир хәҙрәттең рухына аят бағышларға, шифалы шишмә һыуынан ауыҙ итергә теләүселәр күп.

Хәйбуллалар ҙа изге ерҙә булып, әүлиә рухына аят бағышланы, улдарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, тиҙерәк тыныс тормош килеүен теләне. Яугирҙәрҙең әсәйҙәре изге сәфәрҙән күңелдәрен имләне, бер-береһе менән аралашты, хәсрәт-борсолоуҙары менән уртаҡлашты. 

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан. 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас