

“Беҙҙең район егеттәре батырҙарса һуғышыуҙан тыш, төрлө кәрәкле хәрби техниканы ремонтлауҙа ла ҡатнаша.Тик йыш ҡына запас частәр етешмәүе йәки килтереп еткерелмәүе бәкәлгә һуға. Шуға күрә яугирҙәр яҡташтарының ярҙам итәсәгенә ышанып, урындағы М.М. Шайморатов исемендәге штабҡа мөрәжәғәт иткән”,– тип хәбәр итә “Стәрлебаш шишмәләре”.
Айырыуса УАЗ машиналары өсөн запас деталдәр кәрәк булып сыҡҡан. Хәрбиҙәрҙең үтенесенә “Урожай” йәмғиәте етәксеһе Илдар Ғәскәров һәм “Халыҡ селтәре” проекты ирекмәндәре етәксеһе, запастағы майор Рәфис Ишморатов битараф ҡала алмаған. Улар ике УАЗ машинаһын яугирҙәргә тапшырған. Был машиналарҙа йөрөп булмаһа ла, запас деталдәр өсөн ярап ҡалған. Берәүһен Стәрлебашта һүткәндәр, икенсеһен ремонтлап, уға запчастәрҙе тейәгәндәр. Тейешле урынға алып барып еткереү менән уныһын да деталдәргә һүтәсәктәр. Был эш менән Рәфис Ишморатов етәкселек итә. Ир-ат ҙур теләк менән мәшәҡәтле эшкә тотона, уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәре “ҡайнар нөктәләрҙә” ҡатнашҡан. Бына улар: Рәмил Мәмбәтҡолов, Эдуард Хәсәнов, Радик Ибәтуллин, Эльмир Хәбибуллин, Винер Хөббөтдинов, Фәнүз Мөхәррәмов, Радик Ҡорбанов, Айҙар Нәзиров, Рөстәм Ваһапов. Бер нисә көн эсендә улар тәүге машинаны һүткән һәм икенсеһен махсус хәрби операция зонаһына илтеү өсөн әҙерләгән.
Бынан тыш, район ветстанция директоры Азат Әхмәров егеттәргә автомобилдәр өсөн покрышкалар ебәргән. Ауылдаштар ҡаҙаҡ, асҡыстар йыйылмаһы, иретеп йәбештереү аппараты һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатҡан. Тыл һәм фронт берҙәм булғанда бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып буласаҡ.
Фото: ”Стәрлебаш шишмәләре”.