Геройҙар дәүере
22 Октябрь 2023, 11:00

Рөстәм Нәбиев был юлы Бәләбәй ҡыҙына ярҙам итә

Коляскала ултырған 27 йәшлек Таня йәйҙән бирле урамға сыға алмай, сөнки пандус юҡ.

Рөстәм Нәбиев был юлы Бәләбәй ҡыҙына ярҙам итәРөстәм Нәбиев был юлы Бәләбәй ҡыҙына ярҙам итә
Рөстәм Нәбиев был юлы Бәләбәй ҡыҙына ярҙам итә

Изгелек ит тә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Ә бына Рөстәм Нәбиевтең күптәргә ярҙам иткәндәрен барыһы ла белеп тә бөтмәй. Яңыраҡ ҡына ул оло йәштәге инәйҙең йортон ремонтлашһа, әле инвалид коляскаһында йөрөргә мәжбүр булған 27 йәшлек Таняға ярҙам итер өсөн Бәләбәй ҡалаһына килгән. 

Ҡыҙҙың яҙмышы аяныслы, ул ике тапҡыр онкология кисергән. Коляскала ултырыу сәбәпле, йәйҙән бирле урамға сыға алмай. Рөстәм Нәбиевтең ярҙамы менән электр күтәргес урынлаштырасаҡтар, пандус та буласаҡ. Шулай уҡ балконына сығыу өсөн дә уны ҙурайтырға вәғәҙә биргән.

Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башыңа төшмәһә, тигән мәҡәл дә бар. Ысынлап та йортта инвалид кешенең йәшәүе урындағы етәкселәргә лә билдәлелер инде, әммә уны эшләргә теләк белдереүсе табылмаған, күрәһең.

Ауырлыҡтар алдында бирешмәй, рухы һынмай, тормошто яратҡан, башҡаларға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған Рәстәм Нәбиевкә "афарин!" башҡа һүҙ ҙә юҡ!

Фото: ирекле сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас