

Көйөргәҙе районының Ермолаевка поликлиникаһы лаборанты, Шәбағыш ауыл биләмәһе депутаты махсус хәрби операция биләмәһенә доброволец булып киткән. Ул медицина ротаһына шәфҡәт туташы булып яҙылған.
Алдынғы һыҙыҡта уның позывнойы “Гюрза” буласаҡ. Ә өйөндә уны өс балаһы көтөп ҡала. Яңыраҡ уның өлкән улы армиянан ҡайтҡан, ә бәләкәй ҡыҙы мәктәптә өлкән кластарҙы уҡый.
Балалары әсәһенең ҡыйыу теләген хуплаған, шуға күрә ҡатын тыныс күңел менән хеҙмәт итергә һәм Гиппократ антын үтәргә китәсәк.
Фото: "Моя Уфа" порталы.