

Республикала илһөйәрлек рухы көслө, шуға ла беҙҙең төбәктән махсус хәрби операция билмәһенә хеҙмәт итергә атлығып торған ир-егеттәр күп. Улар төрлө йәштә, әммә маҡсаттары бер – Ватанды һаҡлау. Октябрьский ҡалаһынан да бик күптәр ил һағына баҫты. Бөгөн шуларҙың береһе – “Порох” позывнойлы яугир менән таныштырабыҙ.
“Порох” былтыр көҙ үк махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү тураһында уйлап ҡуя. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, уның туғандары һәм иптәштәре хәрби хеҙмәткә алына.
– Беҙҙекеләргә ярҙамға барыу тураһында күптән уйлай инем. Өлөшләтә мобилизация ваҡытында туғандарым, таныштарым, класташтарым, хеҙмәттәштәрем махсус хәрби операцияға китте. Ваҡыт үтә, мин йыш ҡына: “Ни өсөн мин егеттәр менән бергә түгелмен?” – тип уйлай инем. Һуңыраҡ бер документ барлығын белдем – был теге йәки был хәрби частың командиры биргән документ. Унда командир гражданинды контракт буйынса хәрби хеҙмәткә конкрет хәрби часҡа ҡабул итеү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, – тип уртаҡлашты ул.
Яугир үҙенә “Порох” позывнойын алған. Октябрьский ҡалаһынан булған һалдаттың шәжәрәһенә күҙ һалһаң да, уның ошондай ынтылышын аңлайһың – туғандары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Афғанстанда хеҙмәт иткән. Шуға ла ул яу юлын үткән нәҫелдәштәре хөрмәтенә “Порох” позывнойын алған. Ата-бабаларым Ватанды һаҡлаған, мин дә ситтә ҡала алмайым, ти ул.
– Ил мәнфәғәттәрен яҡлауға ҡарашым етди. Минең олатайҙарым, ике туған олатайҙар – ҡыҙылармеецтар, гвардия лейтенанттары, кесе лейтенанттар, Бөйөк Ватан һуғышы барышында яраланалар, шул иҫәптән ҡаты яра алалар. Бер туған ағайым Афғанстандан ғәскәрҙәр сығарылғанға тиклем шунда хеҙмәт иткән. Нәҫелем шундай булғанлыҡтан, класташтарымдан алып, өс туған ағайҙарыма, туғандарыма тиклем яҡын кешеләрем барлығын белеп, үҙ теләгем менән ошондай ҡарар ҡабул иттем. Иптәштәремдең артында ҡала алмайым һәм улар янында булырға тейешмен – балаларҙың һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн, — тип билдәләне "Порох".
Әлбиттә, ир, илдең хәрби ведомствоһы менән контрактҡа ҡул ҡуйыр алдынан, атаһы һәм ҡатыны менән кәңәшләшә. Улар ҙа уның ҡарарҙы хуплай.
“Шул мәлдә мин дөрөҫ юл һайлағанымды аңланым. Документтар йыя башлағас, мине борсоған һорау бирҙем: мин сроклы хеҙмәт тәжрибәһенән тыш махсус хәрби операцияла ҡатнаша аламмы? Эйе, был мөмкин булды, — тип өҫтәне “Порох”.
Әгәр һеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләһәгеҙ, хәрби хеҙмәт контрактын төҙөү мәсьәләләре буйынса Берҙәм телефонға - 177, Ситуацион үҙәккә - 122 йәки (347) 218-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең иң яҡын офисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуаптарҙы Башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн Телеграмда һәм хәрби хеҙмәттә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары буйынса чат-боттарҙа таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың бөтә ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультациялар биреләсәк, ниндәй документтар кәрәклеге аңлатыласаҡ.
Дәүләт менән пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр һәм саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эштән киткәндәр, шулай уҡ армияға бармаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр килешеү төҙөй ала. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә рядовойҙан прапорщикка тиклем 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Бөгөн Ватан һағына сафҡа баҫҡан граждандар аңлы рәүештә ғаиләләрен, тимәк, илде лә яҡлай. Махсус хәрби операция ир-егеттәрҙә бурыс һәм Тыуған илгә һөйөү төшөнсәләре көслө булыуын күрһәтә. Яугир “Порох” – был изге төшөнсәләрҙең асыҡ сағылышы.
Фото: Октябрьский ҡала хакимиәтенән.