Геройҙар дәүере
24 Октября 2023, 04:00

Үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға юллана

Әсә хәрби часть командирынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанған. Барлыҡ әсәйҙәр ҙә улдары хаҡында яҡшы хәбәрҙәр генә алһын! 

Үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға юлланаҮҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға юллана
Үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға юллана

Яңауыл егете, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең әсәһенә хәрби часть командиры ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаты килгән.

"Хөрмәтле Фәниә Владимировна! Улығыҙҙы патриотик рухта тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Ул үҙен дисциплиналы, намыҫлы, тәртипле, профессиональ белемен һәм күнекмәләрен камиллаштырыуға ынтылған хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Ғаиләгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар һәм именлек теләйем!”

Бына шундай ҡош телендәй, әммә бик тос һәм һөйөнөслө хат алған Анатолийҙың әсәһе улының тыуған көнөндә. “Яҡташыбыҙ – сик һаҡсыһы. Армия хеҙмәтен яңы быуат башында үтә. Иҫке Сусаҙыбаш ауылы егетенә армия хеҙмәте оҡшап ҡала, ул хеҙмәте тамамланыу менән шунда уҡ контрактҡа ҡул ҡуя. Ә махсус хәрби операция башланғас, икеләнеп тормай, Рәсәй Оборона министрлығы менән сираттағы контрактҡа ҡул ҡуйып, үҙ теләге менән Ватанды һаҡларға юллана”, – тип яҙа “Яңауыл таңдары” гәзите.

 Фото: шәхси альбомдан. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас